МӘҒӘСҮМОВА Бәғиә Мәғәсүм ҡыҙы [17.1.1913, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Мәскәү а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 1.1.1995, Өфө], педагог‑методист. Филол. ф. канд. (1948). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1935) шунда уҡ эшләй. 1936 й. алып ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы, 1939 й. — Өфө мәктәпкәсә пед. уч‑щеһында, 1941—44 йй. — Башҡ‑н уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу ин‑тында, 1948—78 йй. БДУ-ла уҡыта. Башҡ. әҙәбиәте б‑са 4—7‑се кластар өсөн дәреслек һәм уҡытыу-методик әсбаптар авторҙашы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1971). Репрессиялана (1938), аҡлана (1939). 

А.Ф.Илтенбаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке