МАҒАЗОВА Хазина Нурмөхәмәт ҡыҙы (5.5.1916, Байкал аръяғы өлк. Шелебенгуй ҡсб – 10.5.1998, Өфө), бейеүсе. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1991), БАССР‑ҙың халыҡ (1949) һәм атҡ. (1945) артисы. Башҡ‑н индустриаль техникумын тамамлаған (Өфө, 1936). 1939 й. алып Башҡ. халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле), 1956—66 йй. Башҡ. филармонияһы солисткаһы, 1970—72 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта, 1981—83 йй. Башҡ. филармонияһы мөхәррире. Проф. сәхнәлә башҡ. бейеүҙәрен тәүге башҡарыусы; башҡ. хореографияһында ҡатын-ҡыҙ образының нығыныуы М. исеменә бәйле. Башҡарыу оҫталығы хәрәкәттәрҙең филигранлы башҡарылыуы, тәьҫирлеге, көслө темперамент м‑н айырылып торған. Тәбиғи оҫталыҡ, һығылмалылыҡ һәм сәхнә һөйкөмлөлөгө бейеүсегә “Мөғлифә”, “Һыу буйында осрашыу, “Дуҫлыҡ”, “Бүләк”, “Зарифа”, “Гөлнәзирә” һ.б. бейеүҙәрҙә онотолмаҫ образдар ижад итергә мөмкинлек бирә. Төрлө йылдарҙа респ. үҙешмәкәр бейеү коллективтарына етәкс. итә. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955) ҡатнаша. Бөтә Союз эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1939). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1949, 1956).

Әҙәб.: Х а й р у л л и н Р.Х. Башкирский ансамбль народного танца. Уфа, 1966; Ш а ф и к о в Г.Г. Жизнь, очарованная танцем. Уфа, 1986. 

Л.И.Нагаева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке