АНДРЕЕВ Вадим Евгеньевич (17.8.1955, Өфө), тау инженеры, нефтсе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2009), техник ф. д‑ры (1998), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй: 1983 й. өлкән инженер, 1985 й. алып лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1988 й. башлап каф. мөдире. 1989 й. алып Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ‑нда: сектор мөдире, 1992 й. — лаб. мөдире, 2001 й. —дир.; 2002 й. башлап БР ФА‑ның Стратегик тикшеренеүҙәр ин-тының Нефть һәм газ технологиялары һәм яңы материалдар үҙәге директоры. Фәнни  хеҙмәттәре ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ысулдарын геол.-технологик нигеҙләүгә, прогнозлауға арналған. А. етәкс. физик-химик, микробиологик һәм комплекслы ысулдарҙы файҙаланып эшләнгән ҡалдыҡ нефтте сығарыу технологияһы Башҡортостан һәм Көнбайыш Себер нефть ятҡылыҡтарында индерелә. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 29 уйлап табыу авторы. А.А.Трофимук ис. пр. лауреаты (2010).

Хеҙм.: Геолого-технологические особенности разработки нефтяных месторождений южного региона Башкортостана. СПб., 2004 (авторҙ.); Прогнозирование применения новых методов увеличения нефтеотдачи при освоении трудноизвлекаемых запасов нефти. Уфа, 2007 (авторҙ.); Освоение трудноизвлекаемых запасов нефтяных месторождений с применением энерго- и ресурсосберегающих технологий. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Р.Н.Напольская

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.