ҠЫЛ СЕЛӘҮСЕНДӘР (Enterobius), нематодалар заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Приматтар, ш. иҫ. кеше эсәгендәге паразиттар. Башҡортостанда Enterobius vermicularis Ҡ.с. таралған. Ата селәүсендең оҙонлоғо яҡынса 3, инәһенеке 12 мм тиклем. Ауыҙы 3 ирен м-н уратып алынған. Ҡыҙыл үңәсенең осо шар рәүешле ҡалынайған (бульбус). Ата селәүсендең кәүҙәһенең артҡы осо ҡорһаҡ яғына уралған, инә селәүсендеке беҙ рәүешле осло. Йомортҡаларының оҙонлоғо 0,05— 0,06, киңлеге 0,020—0,032 мм, төҫһөҙ, оҙонса түңәрәк. Аталанғандан һуң инә селәүсендәр, арт юл тирәһен ҡысыттырып, тура эсәктән сыға, арт юл яны йыйырсыҡтарына 12 мең тирәһе йомортҡа һалғандан һуң, һәләк була. Йомортҡаларҙа 4—6 сәғ. эсендә балағорттарҙың формалашыуы тамамлана. Хужа йотҡандан һуң йомортҡалар нәҙек эсәктең аҫҡы өлөшөнә эләгә, уларҙан балағорттар сыға. Зарарланғандан һуң 2—4 аҙна үткәс, Ҡ.с. енси яҡтан өлгөрә. Башлыса балалар ауырыған энтеробиоз ауырыуын тыуҙыра.  

 Әҙәб.: Баянов М.Г. Краткий курс региональной паразитологии. Уфа, 2007.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 Илл.:Ҡыл селәүсен (Enterobius vermicularis)

Текст на русском языке