КУЛАКОВ Пётр Афанасьевич (16.6.1923, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Покровка а. (БР‑ҙың Өфө р‑ны) — 24.1.1994, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Латвия коммунистар (большевиктар) партияһы ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Рига, 1949). 1942 й. июненән Дон, Сталинград, Көнбайыш һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 31‑се армия 174‑се уҡсылар див. 598‑се артиллерия полкының орудие ком. сержант К. 1944 й. 6 һәм 20 июлендә Белорус ССР‑ының Волма һәм Солоцкино торама пункттары янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1946 й. демобилизациялана. 1949 й. алып Латвия ССР‑ында партия һәм дәүләт эшендә. 1954—84 йй. Өфө НЭЗ‑ында, “Башнефтехимзаводы” ПБ‑нда һәм Өфө резина-техник изделиелар з‑дында эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Фото: П.А.Кулаков

Текст на русском языке