КӨНКҮРЕШ ТЕХНИКАҺЫ СЕРВИСЫ”, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү, ш. иҫ. көнкүреш техникаһын гарантиялы хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, ювелир, металл изделиелар (асҡыстар, ишектәр, гараждар, рәшәткәләр, ситәндәр, ҡойоп яһалған әйберҙәр) эшләү һәм ремонтлау һ.б. пр‑тиеһы.

1970 й. Өфө металл көнкүреш изделиеларын ремонтлау з‑ды базаһында “Башрембытмаш” Башҡ‑н ПБ булараҡ ойошторола, 1973 й. алып “Башрембыттехника” ПБ, 1989 й. — “Башбыттехника” ҠП (составына Өфөләге баш пр‑тие, респ. ҡалаларындағы ремонт з‑дтары, райондарҙағы үҙәк оҫтаханалар, ауылдарҙағы комплекслы ҡабул итеү пункттары ингән; 2 меңдән ашыу кеше эшләгән). 1992 й. пр‑тие акциялаштырыла, һуңыраҡ үҙгәртеп ҡорола.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке