ҠАРМАН СТАНЦИЯҺЫ АУЫЛЫ, Яңауыл р‑нында, Ҡарман а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта Ҡарман һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 34 кеше; 1939 – 290; 1959 – 381; 1989 – 394; 2002 – 215; 2010 – 207 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бөрө кантонында Мәскәү—Ҡазан (хәҙ. Горький) т. юлының Ҡазан—Екатеринбург линияһын төҙөгән ваҡытта Ҡарман Разъезы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 60‑сы йй. хәҙ. исемен, 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә.

Х.Х.Мөҙәрисов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке