КОЩЕГУЛОВА Ильмира Рөстәм ҡыҙы (15.5.1958, Джалал‑Абад ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2007). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) 1994 й. тиклем (өҙөклөк м‑н) РФА Өфө ФҮ‑лә, 1992—93 йй. “Восток” халыҡ‑ара коммерция акционерҙар банкыһында эшләй. 1994 й. алып БР‑ҙың Милли банкыһында: баш иҡтисадсы, 1996 й. мартынан бүлек нач. урынбаҫары, майынан — сектор мөдире, окт. башлап бүлек нач., 1997 й. алып идаралыҡ нач. урынбаҫары — бүлек нач., 2003 й. — идаралыҡ нач. урынбаҫары. 2004 й. башлап ӨДАТУ‑ла (2007 й. алып финанс һәм иҡт. анализ каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре аҡса теорияһына, институциональ иҡтисад мәсьәләләренә, аҡса‑кредит көйләүгә арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Деньги как институт. СПб., 2006.

Тәрж. Г.А.Миһранова