КОСТЕНКО Сергей Григорьевич (9.8.1954, Ташауыҙ ҡ.), электрик. БР-ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1999), ҡала электр транспортының почётлы хеҙм‑ре (2000). 1975 й. Г.С.Верещагин ис. Славгород химия з‑дында, 1978 й. ғин. алып Өфө электр лампалары з‑дында электромонтёр; нояб. башлап 8‑се дауахананың (Өфө) баш энергетигы; 1980 й. алып (өҙөклөк м‑н) Башҡ‑н троллейбус з‑дында: 1995 й. — нач. урынбаҫары, 1997 й. — цех, 2002 й. — производство‑диспетчер бүлеге нач., 2013—15 йй. техник дир. урынбаҫары. 1991 й. башлап “Восход” кооперативында (Өфө) литейщик, 1992—95 йй. 2‑се Өфө ТЭЦ‑ында паргаз турбиналы ҡорамалдарҙы ремонтлау б‑са слесарь. К. ҡатнашлығында энергия һаҡлаған приводлы, асинхрон двигателле, иҙән кимәле түбән булған һ.б. троллейбустар эшләнә һәм етештереүгә индерелә. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2005).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Илл.: С.Г.Костенко

Текст на русском языке