КЛЮЧНИКОВ Владимир Васильевич (10.7.1957, Өфө), инженер-механик. БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (2008). ӨАИ‑ны тамамлаған (1985). 1984 й. алып ӨМЭПБ‑ла: инженер-технолог, 1985 й. — прокатлау‑йәйеү һәм бөгөү бюроһы нач., 1986 й. — өлкән инженер‑технолог, 1987 й. — технология бюроһы нач., 1994 й. — баш металлург урынбаҫары, 1997 й. — продукцияны һатыу б‑са коммерция дир.—идара итеү нач. урынбаҫары, 1998 й. — ген. дир. урынбаҫары, дир. урынбаҫары, 2002 й. — цех нач., 2005 й. башлап эске кооперация һәм сит заказдар б‑са директор. К. етәкс. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә махсуслаштырылған металлургия цехтары участкаларында ҡорамалдарҙы реконструкциялау, модернизациялау һәм капиталь ремонт үткәрелә, уның ҡатнашлығында нефтте ташыу өсөн насостарҙы сериялы етештереү булдырыла һәм үҙләштерелә. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2009).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.