“КРИМИНАЛЬНЫЙ СПЕКТР”, ижт.‑хоҡуҡи гәзит. Ойоштороусылары – БР б‑са ЭЭМ, «БР б‑са ЭЭМ‑дың “Ф.Э.Дзержинский исемендәге типография” нәшриәт‑полиграфия комплексы” ДУП‑ы, РФ ЭЭМ ӨЮИ. 1999 й. окт. алып Өфөлә аҙна һайын урыҫ телендә сыға. Тиражы – 11,2 мең дана (2014). Гәзит биттәрендә респ. эске эштәр органдары эшмәкәрлеге яҡтыртыла. Рубрикалары: “Ышан, әммә тикшер”, “Енәйәт өҫтөндә”, “Ҡайнар эҙ”, “Кеше һәм уның эше”, “Урланған бала саҡ”, “Хәүефһеҙ юл” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: Б.А.Христов (1999 й. алып), Р.М.Шәрәфетдинов (2002 й. алып), Е.З.Ғәлиева (2011 й. алып).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке