ҠАРАШАР ҺАҘЛЫҒЫ, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Дыуан р‑ны Вознесенка а. көнсығышҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 63 га. Карбонатлы күрән‑гипна һәм ҡамышлы һаҙлыҡтар, һаҙлыҡҡа әйләнгән йәшел мүкле ҡарағайлыҡтар, ереклектәр, ҡайынлыҡтар, шыршылыҡтар һәм болондар комплексынан тора. Ҡарашар й. (Әй й. басс.) инә. Төбәктең сығанаҡтары һәм шишмәләре буйында эзбизташлы туфтар формалашҡан, улар йыуылған урындарҙа бәләкәй күлдәр барлыҡҡа килгән. Рельефы убалы. Ландшафы болонло далалар урынында барлыҡҡа килгән урман‑далаларҙан һәм һөрөнтө ерҙәрҙән ғибәрәт. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: ваҡ мүк еләге, һаҙ баҙыҡайы, һаҙлыҡ һаҙанағы, ысын кәкүк ситеге, ш. уҡ реликт — тутыҡ схенус. Мышы һәм ҡабан йәшәй.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.