ҠАРҺАҠ(Euphrasia), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған.

Башҡортостанда 5 төрө – ҡыҫҡа төклө Ҡ., күркәбаш Ҡ., йөнтәҫ Ҡ. һ.б. – үҫә. Ярымпаразит бер йыллыҡ үлән. Һабағы 5—50 см бейеклектә, төҙ, ябай йәки тармаҡлы, төклө йәки яланғас. Япрағы ҡапма‑ҡаршы, йомортҡа йәки киң йомортҡа формаһында, ҡыҫҡа итеп осланған, сите тешле йәки бысҡы һымаҡ, һабаҡ осонда сәскә ҡолаҡсынына күсәләр. Сәскәһе ваҡ, аҡ, алһыу күк, ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге ике иренле тажлы (аҫҡы иренендә һары төҫтәге тап һәм алһыу күк йәки ҡараңғы шәмәхә төҫөндәге һыҙаттар бар), башаҡтарға йәки тәлгәштәргә йыйылған. Июль—сент. сәскә ата. Емеше — ҡумта, авг.—окт. өлгөрә. Болонда, мал утлауҙарында, урман ситтәрендә, кикрекле Ҡ. башлыса далала үҫә.

Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң юғары тауҙарынан башҡа БР‑ҙың бөтә терр‑яһында таралған. Ҡыяҡлыларҙың тамырҙарында паразит булып йәшәй, тура Ҡ. сабынлыҡтарға һәм көтөүлектәрг ә зыян килтерә. Составында иридоидтар, сапониндар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке