ҠЫЯУЫҠ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Йәнырыҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 43 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Ҡыяуыҡ й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 842 кеше; 1920 — 891; 1939 — 726; 1959 — 455; 1989 — 197; 2002 — 177; 2010 — 146 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1749 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп урынлаша, 1784 й. һәм 1803 й. ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре күсенә. 1795 й. Ҡ. (22 йортта 127 кеше) һәм Яңы Ҡ. (25 йортта 124 кеше) ауылдары теркәлгән, һуңыраҡ улар бергә иҫәпкә алынған. 1865 й. 71 йортта 402 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында ш. уҡ аҡ балсыҡ эшкәртеү булған. Т.Искәндәриә, Ш.Ф.Маннанов, Ә.Т.Әшрәпов ошо ауылда тыуған.

Р.Н.Ҡотошов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке