ҠЫТАЙ, Ҡытай Халыҡ Республикаһы (ҠХР), Үҙәк һәм Көнсығыш Азиялағы дәүләт. Майҙаны — 9,6 млн км2. Баш ҡалаһы — Пекин. Дәүләт башлығы — рәйес. Халҡы — 1,3 млрд кеше (2010): хандәр (91,5%), маньчжурҙар, хуэйҙар һ.б. Рәсми тел — ҡытай теле. Диндарҙары — буддистар, даосылар һ.б.

БР‑ҙың Ҡытай м‑н бәйләнештәре РФ һәм Ҡ. араһындағы килешеүҙәр сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте м‑н Хэйлунцзян провинцияһы Хөкүмәте араһында бәйләнеш һәм хеҙмәттәшлек (1993), Ляонин провинцияһы Хөкүмәте м‑н сауҙа‑иҡт. һәм фәнни‑техник хеҙмәттәшлек (1999) т‑да килешеүгә ҡул ҡуйылған. БР Хөкүмәте һәм Ҡытай Халыҡ Респ. Цзянси провинцияһының Халыҡ Хөкүмәте араһында сауҙа‑иҡт., фәнни-техник һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү т‑да килешеү төҙөлгән, БР Хөкүмәте һәм Ҡытайҙың “Ляонин Нефтемаш” компанияһы араһында ниәттәр хаҡында протоколға ҡул ҡуйылған (икеһе лә — 2014). Ҡытай етәкселеге Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС Саммиттарында ҡатнашҡан (Өфө, 2015). Ляонин (1999, 2000), Хубэй (2011) провинцияларының рәсми делегациялары Башҡортостанға рәсми визит м‑н килгән; БР делегациялары Ҡ. (2000, 2001, 2006 һ.б.) барған. 2011 й.

БР‑ҙың БДБ‑нан башҡа илдәр м‑н тышҡы сауҙаһының дөйөм күләмендә Ҡ. өлөшөнә 4,7% тура килә; БР м‑н Ҡ. араһында тышҡы сауҙа әйләнеше — 491,9 млн АҠШ доллары (2000 й. ҡарағанда 3 тапҡырға артығыраҡ); БР‑ҙың Ҡ. экспорты 374,9 млн доллар (2000 й. — 152,1 млн доллар) тәшкил итә, уның тауар структураһында — машиналар эшләү, нефтехимия сәнәғәте продукцияһы; Ҡ. БР‑ға телекоммуникация ҡорамалдары, сәй һ.б. продукция импортлау — 117 млн доллар (2000 й. — 5,7 млн доллар). 1990 й. алып “Геофизика” пр‑тиеһы Ҡ. нефть һәм геофизика компаниялары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Шэньян һәм Өфө (2011), Октябрьский һәм Карамай (2011) ҡҡ. туғанлашҡан. Ҡ. м‑н Башҡортостанды борон каруан сауҙа юлдары бәйләгән.

7 б. Ҡытай яҙма сығанаҡтарында “башу‑кили” халҡы телгә алына, был атаманы БР ғалимдарының ҡайһы берҙәре башҡорт этнонимының инварианты итеп ҡарай. Крәҫтиән һуғышынан (1773—75) һуң Ҡ. күсеп киткән башҡорттар һәм татарҙар Жемсар а. нигеҙ һала. Башҡорт ғәскәре хәрбиҙәренең һәм Аҡтар хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың бер өлөшө Ҡ. күсеп китә. 20 б. 20— 40‑сы йй. Ҡ. төрки общинаһында М.Х.Әсәкәева, З.Х.Әсәкәева (ҡара: Әсәкәевтар), Ғ.Ибраһимов, З.Ҡадири, М.‑Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиев һ.б. торған. Ҡ. 1934—37 йй. һәм 1939 й. М.М.Шайморатов хәрби атташе була.

50—60‑сы йй. башҡ. белгестәре Ҡ. нефть ятҡылыҡтары асыуҙа һәм үҙләштереүҙә, Ланьчжоу НЭЗ‑ын төҙөүҙә һәм уны эшләтеп ебәреүҙә ҡатнаша; Нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары нефть ин‑тында һәм сит телдәр ун‑тында (икеһе лә — Пекин), Нанкин авиация ин‑тында эшләй. Го Мо Жо, Дин Ни, Хэ Цзин‑Чжи һ.б. әҫәрҙәре башҡ. теленә тәржемә ителгән һәм баҫылған; Ә.Һ.Бикчәнтәевтең “Үлемһеҙлеккә хоҡуҡ”, М.Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повестары ҡытай телендә нәшер ителгән. 1990 й. Нестеров М.В. исемендәге башҡорт художество музейында ҡытай рәссамы Чи Хэнь Фэй эштәренең күргәҙмәһе үтә. 2000 йй. башында Ҡ. Синцзян‑Уйғыр автономия округында 5 меңгә яҡын башҡорт һәм татар теркәлгән, Башҡортостанда — 84 ҡытай (2010). Республикала “Башҡортостан—Ҡытай” йәмғиәте булған, 2009 й. алып “Башҡортостан Республикаһы буйынса башҡорт‑ҡытай дуҫлығы йәмғиәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһы эшләй.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.