ҠЫРҠАЯҠТАР (Oniscoidea), тигеҙаяҡлылар отрядының ҡыҫала һымаҡтар ғаиләһе. Яҡынса 1000 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа 1 төрө — баҙ Ҡ. бар. Тәне яҡынса 2 см оҙонлоҡта, овал формала, өҫ яҡтан ҡабарынҡы, арҡыры һыҙыҡлы; 1‑се күкрәк сегменты м‑н ҡушылған баштан, күкрәктән (7 сегмент) һәм ҡорһаҡтан (6 сегмент) тора. Күҙҙәре парлы, башының ян-яғында урынлашҡан. Күкрәгендәге аяҡтары — хәрәкәт итеү, ҡорһағындағы пластинка һымаҡтары тын алыу өсөн хеҙмәт итә. Айырым енесле. Аталаныу эстә бара, инә Ҡ. йомортҡаларын күкрәк аяҡтарында урынлашҡан бала сығарыу камераһына һала. Йомортҡаларынан камерала өлкән бөжәктәрҙән аҙ айырылған йәш бөжәктәр сыға. Йылына 1 быуын бирә. 3—4 йыл йәшәй. Кисен һәм төндә әүҙем. Үҫемлектәрҙең серей башлаған ҡалдыҡтары м‑н туҡлана. Дымлы урындарҙа — урман түшәмәһендә, таш аҫтында, өңдә һәм баҙҙа — тереклек итә. Баҙ Ҡ. тупраҡ барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашыуы м‑н файҙалы.

В.А.Книсс

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.