КҮК ҠАРҒА ҺЫМАҠТАР (Coraciiformes), ҡоштар отряды. 10 ғаиләһе, яҡынса 200 төрө билдәле. Башҡортостанда 4 ғаиләгә ҡараған 4 төрө (күк ҡарға, балыҡсы турғай, йәшелғош һәм һөҙһөт) бар. Ваҡ (балыҡсы турғай, кәүҙә оҙонлоғо 19 см тиклем, ауырлығы 25—45 г) һәм уртаса ҙурлыҡтағы (күк ҡарға 34 см тиклем, 100—190 г) күсәр ҡоштар. Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ, ҡаты, төҫө төрлөсә: йәшкелт ялтырауыҡлы зәңгәр (балыҡсы турғай), зәңгәр, сағыу ерән йәки ҡара (күк ҡарға), алтынһыу һары, йәшел (йәшелғош), көрәнһыу ерән; һөҙһөттөң башында ерән өлпөһө бар. Башы ҙур, муйыны ҡыҫҡа. Суҡышы оҙон, тура йәки бер аҙ бөгөлгән, ҡайһы берҙә ҡыҫҡа, йәйенке. Ҡанаты, ҡойроғо төрлө формала һәм оҙонлоҡта. Аяғы дүрт бармаҡлы, оҙон, алғы бармаҡтары төптән ҡушылып үҫкән. Ата ҡоштар эрерәк һәм сағыуыраҡ. Моногам. Туп булып, парлап ярлауҙарҙа өң, ағас ҡыуышында, ҡая ярығында, ҡаралтыла оя ҡора. 2—10 йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош (һөҙһөттәрҙә инә ҡош ҡына) 18—21 көн баҫа. Бөжәктәр, моллюскылар, үрмәкселәр, күк ҡарға — ш. уҡ тәлмәрйендәр, кеҫәрткеләр, ҡош балалары, ваҡ кимереүселәр, еләк, балыҡсы турғай һыу умыртҡаһыҙҙары, ваҡ балыҡтар һәм сүмесбаштар м‑н туҡлана. Башлыса Башҡортостандың Урал алдында һирәк урмандарҙа, һыу ятҡылыҡтарында, далала йәшәй. Күк ҡарға һәм һөҙһөт БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке