ЙӘШТӘР ҺАРАЙЫ, мәҙәниәт һарайы. Өфөлә урынлашҡан. 1970 й. “Гидравлика” пр‑тиеһының “Юбилейный” мәҙәниәт һарайы булараҡ асыла, 1999 й. — Аграр университеттың 5‑се уҡыу корпусы, 2009 й. алып БДАУ-ҙың Йәштәр һарайы. 1150 урынлыҡ тамаша залы, 3 бейеү залы, 12 уҡыу аудиторияһы бар. 1999 й. тиклем мәҙәниәт һарайында 40 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы һәм ҡыҙыҡһыныу буйынса клубтар эшләгән. Һарайҙа 17 бүлектән (ижади коллективтар) торған Эстетик тәрбиә үҙәге эшләй: “Юность” вокаль ансамбле (1977 й., 1981 й. алып “халыҡ” исемен йөрөтә; етәкселәре З.С.Дустова, А.Х.Баязитов), “Синтетюриха” урыҫ йыры ансамбле (2001 й., 2006 й. алып “халыҡ”; етәксеһе В.И.Бердникова), “Азамат” ҡурайсылар ансамбле (1973 й., 1979 й. алып “халыҡ”; етәксеһе Р.Р.Рәхимов), тынлы оркестр (1999 й., 2008 й. алып “халыҡ”; етәксеһе А.М.Садиҡов), “Шатлыҡ” бейеү ансамбле, “Радуга” балет бейеүе ансамбле (1969 й., 1977 й. алып “халыҡ”; етәксеһе БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Т.Н.Алёшина), “Серебряная маска” студент театры (2004 й., 2007 й. алып “халыҡ”; етәксеһе Л.П.Воротникова), “Ажиотаж” (2000), “Неместные” (2007) Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы командалары һ.б. Концерттар, үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙары, байрам саралары һ.б. үткәрелә. Мәҙәниәт һарайы м‑н М.И.Ғәлиева, Л.М.Кашапова, Р.Р.Ҡудашев, Г.С.Родионов, Р.Ә. Әхийәретдиноваларҙың эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.