ҠОРОС АҒАС (Fraxinus), зәйтүн һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 70‑тән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, һирәгерәк субтропиктарҙа һәм тропиктарҙа таралған. Башҡортостанда ланцет, йәки йәшел Ҡ.а., һәм пенсильвания, йәки ялбыр Ҡ.а. үҫә. Япраҡ ҡойоусы ике өйлө ағас, 150— 350 йәшкә тиклем үҫә. Сатыры киң йомортҡа формаһында, һорғолт йәшел төҫтәге бөгөлгән йәш ботаҡлы; олононоң бейеклеге 20—35 м, диам. 1,5 м тиклем. Йәш Ҡ.а. ҡайырыһы йәшкелт йәки асыҡ көрән, өлкән ағастыҡы һоро йәки көрән төҫтә, тәрән булмаған буй һәм арҡыры ярыҡтары була. Үрендеһе һирәк аҡһыл һабаҡ ауыҙсалары м‑н, яланғас йәки төклө. Япрағы ҡапма‑ҡаршы, эре, һаплы, парһыҙ‑ҡауырһынлы; япраҡсаһы ланцеттан алып киң эллипсҡа оҡшаш формала, башы осло, нигеҙе шына һымаҡ, бөтөн ситле, өҫ яҡтан ҡуйы йәшел, аҫ яҡтан асығыраҡ төҫтә, ҡыҫҡа һаплы. Сәскәһе күркһеҙ, емеш янында ҡалыусы сәскә эргәлеге м‑н, бер енесле; ата сәскә — ҡыҫҡа шәлкемдәрҙә, инә сәскә оҙон кәүшәк һалынҡы һеперткеләрҙә урынлашҡан. Май айында сәскә ата. Емеше — ҡанатлы орлоҡса, авг.—сент. өлгөрә. Декоратив үҫемлек, йәшелләндереүҙә һәм урман һыҙаттарын булдырыуҙа ҡулланыла. Ланцет Ҡ.а. составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында файҙаланыла.

Р.Х.Ғиниәтуллин

Тәрж.Г.А.Миһранова

Текст на русском языке