ҠИММӘТЛЕ ТИРЕЛЕ ЙӘНЛЕКТӘР, тиреләре тире изделиелары яһау өсөн ҡулланылған имеҙеүселәр. Йөҙәрләгән төрө билдәле, киң таралғандар. Башҡортостанда Ҡ.т.й. яҡынса 30‑ға яҡын төрө (америка шәшкеһе, йылға ҡондоҙо, ондатра, тейен, һеләүһен, һыуһар, эт‑янут һ.б.) йәшәй, улар кимереүселәр, ҡуян һымаҡтар, бөжәк ашаусылар, йыртҡыстар отрядына ҡарай. Америка шәшкеһе, аҡ төлкө, көмөш‑ҡара төлкө, нутрия — йәнлекселек объекттары.

Респ. терр‑яһында йәшәгән Ҡ.т.й. т‑да тәүге мәғлүмәттәр И.И.Лепёхин, П.С.Паллас, Н.В.Ремезов, П.И.Рычков, Л.П.Сабанеев, И.А.Силантьев, Э.А.Эверсманн хеҙмәттәрендә бирелгән. 20 б. башынан алып териологик тикшеренеүҙәр м‑н Б.С.Виноградов, В.Е.Ефремов, С.И.Руденко, М.К.Серебряников, Д.К.Соловьёв, П.Н.Столпянский һ.б. шөғөлләнә. Ҡ.т.й. биологияһын ныҡлап өйрәнеү 30‑сы йй. Волга‑Кама зона һунар‑промысла биология ст. (Ҡазан), Башҡорт ҡурсаулығы, Тимирязев К.А. исемендәге Педагогия институты, РФА Урал бүлексәһенең Үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы ин‑ты (Свердловск ҡ.) һ.б. ойошторолғас башлана. Кимереүселәр (В.Н.Большаков, Н.И.Ларина, П.А.Положенцев, Е.М. Снигеревская һ.б.), һыуырҙың(А.В. Дёжкин, В.П.Теплов), бурһыҡтың(Р.З.Анамов, Л.А.Едрёнкина, Г.В.Ямалова) экологияһы, таралыуы һәм промыслаһы, йылға ҡондоҙоноң реакклиматизацияһы (Н.Д.Григорьева, В.Б.Михайлов) һәм йофарҙыңакклиматизацияһы (Д.И.Асписов), имеҙеүселәрҙең төр составы һәм һан динамикаһы (Едрёнкина, С.В.Кириков, С.С.Шварц һ.б.), тояҡлы һәм йыртҡыс хайуандарҙың үҙ‑ара мөнәсәбәте (Н.М.Гордиюк) өйрәнелә.

Ҡ.т.й. иҡт. яҡтан әһәмиәтле һәм һирәк осраусы төрҙәре т‑да системалаштырылған мәғлүмәттәр Һунар хайуандары кадастрында (Ҡазан—Өфө, 1992—94) һәм Башҡортостандың һирәк осраусы хайуандар кадастрында (1995—97, 2000) теркәлгән. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына европа шәш‑ кеһе һәм ҡама индерелгән.

Әҙәб.: Животный мир Башкирии. Уфа, 1977; Баянов М.Г. Зоологические исследования в Башкирии. Уфа, 1997.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке