ҠОШСОЛОҠ, ҡош үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Төп йүнәлештәре: йомортҡа һәм ит. Аҙыҡ итеп ҡулланылған йомортҡалар йомортҡа тоҡомло тауыҡтарҙан һәм кростарҙан алына. Ит етештереү өсөн бройлер, өйрәк, күркә, ҡаҙ, мысыр тауығы, ит тауығы, күгәрсен үрсетелә. Мамығын, ҡауырһынын — еңел сәнәғәт өсөн сеймал, ҡоштарҙы салғанда һәм эшкәрткәндә сыҡҡан ҡалдыҡтарҙы — мал аҙығы оно, ҡош тиҙәген органик ашлама итеп ҡулланалар. Ҡ. тармаҡ булараҡ 20 б. 20‑се йй. ҡошсолоҡ фермалары һәм совхоздары ойошторолғас үҫеш ала. 50‑се йй. алып ҡоштарҙың аҙыҡ базаһын булдырыу, яңы тоҡомдар сығарыу, продуктлылыҡты арттырыу һәм тоҡом сифаттарын камиллаштырыу б‑са планлы эш алып барыла. 1965 й. махсуслашҡан “Птицепром” Башҡ‑н тресы (ҡара: “Башптицепром”) булдырыла. Республикала “Ашҡаҙар”, “Башҡортостан”, “Туймазы”, “Өфө”, “Сәрмәсән”, “Турбаҫлы бройлерҙары”, “Юбилейная”, “Благовар тоҡомло ҡошсолоҡ заводы” (ҡара: “Благовар”) ҡошсолоҡ ф‑калары эшләй. 2011 й. бөтә категория хужалыҡтарында ҡоштар һаны 10370,2 мең баш, ш. иҫ. а.х. ойошмаларында — 6649,1, халыҡ хужалыҡтарында — 3392,4, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында — 328,7 мең баш, тәшкил итә. Етештерелгән: ҡош ите 66,3 мең т (тере ауырлыҡта), йомортҡа — 1172,8 млн дана, ш. иҫ. а.х. ойошмаларында — 844,2 (71,9%), халыҡ хужалыҡтарында — 306,4 (26,1%), крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында —22,2 млн (1,8%) дана. Уртаса йыллыҡ йомортҡа һалыу 1995 й. — 253, 2011 й. — 319 дана тәшкил итә. Йомортҡа етештереү өсөн — аҡ һәм көрән Хайсекс, аҡ Ломан, Родонит; ит етештереү өсөн Смена 7, Росс 308, Конкурент 2, PureLine, Кобб 500, Иза Хаббард кростарын ҡулланалар.

Ҡаҙҙар БР‑ҙың 40 районында үрсетелә: Благовар (“Благовар тоҡомло ҡошсолоҡ заводы”, “Башҡортостан ҡошо” ЯСЙ), Фёдоровка (“Башҡорт ҡаҙы” ЯСЙ), Илеш (“Сөн” АХПК), Туймазы (“Агро-Ҡаҙ” ЯСЙ, «“Алтын ҡаҙ” крәҫтиән‑ фермер хужалығы» ЯСЙ), Шишмә (“Әғли” ЯСЙ), Өфө (“Урал Агро‑Ҡаҙ” ЯСЙ) һ.б.; венгр, линда, ита‑ лия, ланд һәм рейн тоҡомдары. Республикала ш. уҡ бүҙәнә, страус, ҡырғауыл, мысыр тауығы, декоратив тауыҡтар һ.б. (Туймазы р‑нының «“Бүҙәнә” крәҫтиән‑фермер хужалығы» ЯСЙ, Ғафури р‑нының “Бүҙәнә” шәхси ярҙамсы хужалығы һ.б.) үрсетелә. “Благовар тоҡомло ҡошсолоҡ заводы”нда юғары продукция бирә торған “Благоварский” ике линиялы кросы, өй‑ рәктең төҫлө башҡорт тоҡомо, ҡаҙҙың аҡ урал тоҡомо сығарылған, ауыр типтағы һоро ҡаҙ сығарыу б‑са селекция‑тоҡомсолоҡ эштәре алып ба‑ рыла. Ҡ. үҫешенә М.Х.Ғайсин, Р.С.Ғиззәтуллин, P.P.Ғәҙиев, P.P.Ҡотошов, П.Н.Опарин, М.В.Рогова, Т.Ф.Сәйетбатталов, И.К.Ульянов, В.К.Чеканов, З.К.Юнысов һ.б. ҙур өлөш индергән.

Әҙәб.: Саитбаталов Т.Ф. Птицеводство Республики Башкортостан в цифрах и фактах. М., 2000; Фисинин В.И. Состояние и перспективы развития птицеводства. М., 2012.

P.P.Ғәҙиев, Т.А.Седых

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.