ҠАРА ҺОЛО (Аvena fatua), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, төкһөҙ, шыма, бейеклеге 50—120 см. Япрағы ҡыяҡлы, яҫы, төкһөҙ йәки төбөндә керпек төксәле, аҫҡы япраҡтарының еңсәһе ғәҙәттә төклө; телсәһе 4 мм тиклем оҙонлоҡта. Башағы 2—3 сәскәле, башаҡ тәңкәләре бысаҡ формаһында, 20—25 мм оҙонлоҡта, аҫҡы сәскә тәңкәләре яҡынса 20 мм оҙонлоҡта, 30 мм тиклем быуынлап бөгөлгән ҡылсыҡлы. Сәскәлеге — тармаҡлы йәки ҡыҫҡа һепертке. Июнь— июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль—авг. өлгөрә. Мал аҙығы үҫемлеге. Составында сапониндар, терпеноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Ҡ.һ. башлыса яҙғы бойҙай, арпа һәм һоло сәсеүлектәрен ҡыйлаусы юҡҡа сығарыуы ауыр булған иртә яҙғы ҡый үләне. Орлоҡтар (бер үҫемлектә йәшәү һәләтен тупраҡта 5 йылдан артыҡ һаҡлаған һәм 20 см тиклем тәрәнлектә яҡшы шытым биргән 600-гә тиклем орлоҡ барлыҡҡа килә) м-н үрсей. Көҙ көнө Ҡ.һ. орлоҡтары тын хәлдә була, башлыса иртә яҙҙа, һуң сәселгән культураларҙы сәсерҙән алда, шытып сыға. Бөтә ауыл хужалығы зоналарында таралған. Көрәш саралары: орлоҡтарҙы таҙартыу, сәсеү әйләнеше тәртибен һаҡлау, тупраҡты көҙөн кәҫен әйләндермәй йәки яҫы төрән м-н эшкәртеү, яҙ көнө ер эшкәртеүҙә орлоҡтарҙың тиҙ һәм бер үк ваҡытта шытып сығыуына, унан һуң сыҡҡан шытымдарҙы юҡҡа сығарыуға (провокация ысулы) булышлыҡ иткән ысулдарҙы ҡулланыу. Ныҡ сүпле баҫыуҙарҙы яҙғы һуң иген культуралары сәсеүлектәре һәм пар баҫыуҙары итеп ҡулланалар, был осраҡта Ҡ.һ. тупраҡты эшкәртеүҙең ҡатламлы сәсеү алды эшкәртеүҙәре, гербицидтар һ.б. ярҙамында юҡҡа сығаралар. Шулай уҡ ҡара: Үҫемлектәрҙе һаҡлау.

Әҙәб.: Ҡара алабута мәҡ. ҡарағыҙ. 

Р.С.Кирәев, И.С.Миңлеәхмәтов, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.