ҠАТЛАМДАРҘЫҢ НЕФТЬ БИРЕҮСӘНЛЕГЕ, ер аҫтын һәм тирәяҡ мөхитте һаҡлау талаптарына ярашлы, нефть сығарыуҙа иҡт. рентабеллектең сигенә тиклем заманса технологиялар ҡулланып, ятыштарҙы үҙләштереүҙә ҡатламдан нефть запастарын (дөйөм, геол.) сығарыу дәрәжәһе. Һан м‑н баһалау өсөн Ҡ.н.б. коэф. (сығарылған нефть күләменең башта ҡатламда булған нефткә ҡарата берәмектең өлөшөндә йәки проценттарҙа күрһәтелгән нисбәте) файҙаланыла. Ятҡылыҡтар үҙләштереүҙең башланғыс стадияһында нефть сығарыу ҡатламдың тәбиғи энергияһы иҫәбенә бара. Ҡатлам энергияһының характеры б‑са Ҡ.н.б. сигенең коэф. ҙурлығы м‑н айырылған (берәмектең өлөшөндә) ятыш режимдары бүленә: һыу баҫымлы 0,6—0,8; газ баҫымлы 0,5—0,7; һығылмалы‑һыу баҫымлы 0,5—0,7; эретелгән газлы 0,2—0,4; гравитациялы 0,1—0,2. Ҡ.н.б. арттырыуҙың физик, химик, микробиол. һ.б. ысулдары айырыла. Энергияһы ҡалмаған ҡатламдарҙан ҡалдыҡ нефтте сығарыу өсөн һөҙөмтәлерәк булған икенсел нефть биреүсәнлекте арттырыу ысулдары эшләнә.

20 б. 20‑се йй. башлап АҠШ‑та, 40‑сы йй. — СССР‑ҙа ҡатлам энергияһын тулыландырыу өсөн ятҡылыҡтарҙа яһалма һыу ҡыуҙырыу ҡулланыла; донъялағы нефть сығарыуҙың 90%‑тан ашыуы ҡатламдарҙы һыуландырыу м‑н алып барыла, был Ҡ.н.б. сигенең коэф. байтаҡҡа күтәрә. Һыуландырыуҙың һөҙөмтәһен төшөргән төп сәбәптәр: ҡатлам‑коллекторҙар сифаты, нефттең ҡуйылығы, нефттең һыу һәм тоҡом м‑н бәйләнешендә юғары фаза‑ара тартылыш, еүешләнеү, адсорбция күренештәре, һыу м‑н туйыныуҙың баштағы һәм ҡалған күләме, капилляр баҫым үлсәме һ.б. Нефттең баштағы геол. запастарының 10— 30%‑ы аҙ үткәреүсән ҡатлаусыҡтарҙа һәм линзаларҙа, 15—35%‑ы — һыу баҫҡан зоналарҙа һибелгән нефть рәүешендә тороп ҡала. Нефть биреүсәнлекте арттырыуҙың яңы (өсөнсөл) ысулдары Ҡ.н.б. геол. факторҙарҙың кире йоғонтоһон кәметеүгә һәм физик, гидродинамик, физик‑химик, микробиол. һ.б. процестар ярҙамында ҡатламдарға ебәрелгән һыуҙың технологик (нефтте ҡыҫырыҡлап сығарыу) үҙенсәлектәрен күтәреүгә йүнәлтелә.

БР‑ҙың нефть ятҡылыҡтарында Ҡ.н.б. сиге уртаса 42% тәшкил итә. 60‑сы йй. башлап “Башнефть” АНК ААЙ “БашНИПИнефть”, “НИИнефтеотдача” ЯСЙ‑лары м‑н берлектә (1986 й. алып) нефть биреүсәнлекте арттырыу ысулдарын эшләй һәм ғәмәлгә индерә. 50‑гә яҡын Ҡ.н.б. арттырыу технологиялары, ш. иҫ. 1966 й. башлап микробиол., 1975 й. — газ ысулдары һынала. Туймазы нефть ятҡылығында тәүге тапҡыр контур аръяғы буйлап һыу ебәреү ҡулланыла (1948), был скважиналарҙың һанын 15—20 тапҡырға кәметергә, сығарыу тиҙлеген 1,5 тапҡырға күтәрергә булышлыҡ итә. 60‑сы йй. Г.А.Бабалян етәкс. өҫкө йөҙҙә актив матдәләр ҡулланыу технологияһы эшләнә, Арлан нефть ятҡылығында тәүге тапҡыр иондарҙан сыҡмаған өҫкө йөҙҙә актив матдәләр файҙаланыла (1964). Һыуҙа эреүсән акриламид полимерҙарын ҡулланыу б‑са тикшеренеүҙәр 60‑сы йй. уртаһында башлана (Р.Х.Алмаев, Л.В.Базекина һ.б.). 70‑се йй. Туймазы ятҡылығында ҡатламға углерод диоксидының һыу эретмәһе м‑н тәьҫир итеү һәм нефть промыслалары ҡорамалдарын коррозиянан һаҡлау технологиялары һынау үтә (В.И.Ионов, Б.И.Леви, Х.Г.Шакиров һ.б.).

1991 й. алып микробиол. һәм гидролиз етештереүҙең таҙартыу ҡоролмаларындағы актив ләмдең ҡоро формаһын файҙаланып нефть биреүсәнлекте арттырыу ысулдары индерелә (Э.М.Юлбарисов, Н.В.Жданова, Л.Н.Заһиҙуллина һ.б.). Ҡ.н.б. 6%‑ҡа арттырған юғары баҫымлы газ ҡыуыу технологияһы эшләнә (Р.З.Канюков, Х.Ш.Сабиров һ.б.). Нефть биреүсәнлекте арттырыу ысулдарын ҡулланыу һөҙөмтәһендә (Сергеевка нефть ятҡылығында — углекислота, Вояҙыла — эҫе һыу, Симусан биополимеры, Уҙыбашта ҡатламдарҙың микрофлораһын активлаштырыу өсөн аэрацияланған һыу һәм тоҙ ҡыуҙырыу, Арлан нефть ятҡылығында ҡатлам эсендә дымлы яндырыу һ.б.) һыулылығы 91—99% булған 1 сығанаҡҡа иҫәпләгәндә өҫтәмә нефть сығарыу күләме йылына уртаса 1000 т тәшкил итә. Ҡ.н.б. арттырыу өсөн нефть ятҡылыҡтарындағы юғары ҡуйылыҡтағы (20 мПа•с ашыу) нефть ятыштарында скважиналар селтәре тығыҙлығын оптималләштереү эштәре алып барыла; скважиналарҙың селтәрен 32 га скважинанан 16 га скважинаға тиклем тығыҙлағанда Ҡ.н.б. 7—8%‑ҡа арта. Риф ятҡылыҡтарында юғары баҫымлы углеводород газы м‑н нефтте көмбәҙ (вертикаль) ҡатнаш ҡыҫырыҡлап ҡыуҙырыу Ҡ.н.б. 3,4—9%‑ҡа арттырыу мөмкинлеген бирә.

Әҙәб.: Сафонов Е.Н., Алмаев Р.Х. Методы извлечения остаточной нефти на месторождениях Башкортостана. Уфа, 1997; Юлбарисов Э.М. Геологические основы применения микробиологического метода повышения нефтеотдачи пласта с высоковязкой нефтью (на примере Арланского месторождения). Уфа, 2002.

Э.М.Юлбарисов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.