ҠОРБАН, т а р а н (Abramis brama), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Төньяҡ, Балтик, Аҡ, Баренц, Ҡара, Каспий, Азов һәм Арал диңгеҙҙәре басс. йәшәй. Кәүҙәһе яҫы, ялпаҡ, оҙонлоғо 25—45 см, ауырлығы 1 кг тиклем. Ҡорһағы көмөш төҫлө, арҡаһы һорғолт йәшел. Аналь йөҙгөсө оҙон. Бер урында йәшәүсе балыҡ. Енси яҡтан йылы һыу ятҡылыҡтарында — 3—4 йылда, һыуыҡтарында 4—5 йылда өлгөрә. Апр.—майҙа һай ерҙә үҫемлектәргә ыуылдырыҡ сәсә. Үрсемлелеге 70—400 мең ыуылдырыҡ бөртөгө. Селбәрәһе — зоопланктон м‑н, өлкән Ҡ. бентос м‑н туҡлана. Ҡиммәтле кәсеп балығы. БР‑ҙа йылғаларҙа, күлдәрҙәһәм һыуһаҡлағыстарҙа йәшәй.

И.П.Дьяченко, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке