ҠЫТАУ-ИВАНОВКА ЗАВОДЫ, 1757 й. Себер даруғаһы Ҡыуаҡан, Көҙәй һәм Төрөкмән улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ҡытау й. буйында И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар) тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Твердышевтар һәм Мясниковтар, 1783 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1785 й.) алып Е.И.Козицкая (Мясниковтың ҡыҙы) һәм Г.В.Козицкий, 1810 й. — Белосельский-Белозерскийҙар, 1917 й. — Пашковтарҙың Белорет тимер етештереү з‑дтары АЙ (ҡара: Белорет заводтары йәмғиәте); 1918 й. һуң национализациялана. Ҡытау тау округына ингән. 1757 й. эшләй башлай. 2 домна мейесе һәм 12 сүкеше була. 1761 й. табаҡлы тимер етештерелә башлай, ҡырҡыу һәм йәмшәйтеү станы, якорь горндары ҡуйыла.

1770 й. 2 домна мейесе, 17 горны һәм 15 сүкеше, 1797 й. 2 домна мейесе, 14 крица горны, 15 йәйеү һәм 1 якорь сүкеше, 1809 й. 2 домна мейесе, 18 крица горны, 16 сүкеше була. 1843 й. пудлингылау (4 пудлинг һәм 2 иретеү мейесе, 2 сүкеш, 2 прокат станы ҡуйыла), 1870 йй. аҙ. бессемер процесы индерелә. 1883 й. Ҡ.‑И.з. 2 бессемер конвертеры, 3 домна, 10 иретеү, 6 пудлинг, сағылдырыу һәм мәғдән яндырыу мейестәре, вагранка, 4 прокат станы, 2 пар сүкеше, тимерлек горны, 3 һауа йылытыу приборы, 3 һауа өрҙөрөү машинаһы була. 1886 й. дүртенсе домна, 1893 й. мартен мейестәре ҡуйыла.

1762 й. заводҡа 30‑ға яҡын рудник ҡарай, шуларҙың 5‑һе эшләй, 1840 й. — 9 рудник, шуларҙың 7‑һе үҙләштерелә (составында тимер миҡдары 55—58% булған тимер мәғдәне, нигеҙҙә, Баҡал ятҡылығынан ташыла). 18 б. аҙ. завод яҡынса 170 мең дисәтинә ер биләй. 1760 й. заводта 282 мастеровой һәм эшсе кеше, 1772 й. 1077 крепостной крәҫтиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре), 1797 й. 1668 мастеровой һәм эшсе  (Ҡытаутамаҡ заводы эшселәре м‑н бергә иҫәпләнгән), 1809 й. 2105 крепостной крәҫтиән, 19 б. 60‑сы йй. башында яҡынса 2,3 мең, 1903 й. 4,9 меңдән ашыу эшсе (ҡара: Эшселәр синыфы; 1983 кеше төп, 2922 кеше ярҙамсы эштәрҙә) була.

18 б. 50—70‑се йй. йылына уртаса 160 мең бот суйын иретелә. 1783—96 йй. 2,3 млн боттан ашыу суйын иретелә, уртаса етештереүсәнлек яҡынса 178 мең бот тәшкил итә, макс. етештереүсәнлек — 242818 бот (1787). 19 б. макс. етештереүсәнлек 1007,7 мең бот суйын (1899), 340,7 мең бот тимер (1875), 20 б. башында 2225,4 мең бот суйын (1916) тәшкил итә. 18 б. 60‑сы йй. аҙ. — 70‑се йй. башынан завод ҡорамалдары (сүкеш, якорь һ.б.), а.х. кәрәк-ярағы (салғы, балта, беркеткес һ.б.), ҡурғаш йүгертелгән һауыт-һаба һ.б. етештерелә башлай. 1879 й. рельс етештереү яйға һалына (1890 й. 670 мең бот, 1895 й. 1 млн боттан ашыу рельс эшләп сығарыла).

19 б. аҙ. — 20 б. башында Ҡ.‑И.з. алып Һамар—Златоуст т. юлының Вязовая ст. тиклем юл һалына, заводҡа өлөшләтә электр уты үткәрелә. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытында завод крәҫтиәндәренең бер өлөшө баш күтәреүселәргә ҡушыла, 1774 й. май—окт. Ҡ.‑И.з. Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин етәкс. баш күтәреүселәр тарафынан ҡамала. 1773—75 йй., 1809—14 йй. завод эшләмәй. Крәҫтиән реформаһы положениеларын ғәмәлгә индергән ваҡытта заводта бурыстарҙы түләү һәм эш хаҡын арттырыу, төрлө кәсептәр м‑н шөғөлләнергә рөхсәт итеү, икмәккә хаҡты төшөрөү, устав грамоталары б‑са йөкләмәләр индереүҙе, яғыулыҡ һәм хужалыҡ өсөн түләүҙәрҙе бөтөрөү талабы ҡуйылған күмәк сыуалыштар һәм забастовкалар була. Революция (1905—07) ваҡытында ла бер нисә тапҡыр забастовка, митинг һәм демонстрациялар үткәрелә. Ҡ.‑И.з. нигеҙендә “Ҡытау-Ивановск ҡойоу-механика заводы” ААЙ ойошторола. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Ҡытау-Ивановск ҡ. урынлашҡан.

Әҙәб.: Павленко Н.И. История металлургии в России XVIII века. Заводы и заводовладельцы. М., 1962.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке