ҠЫТАУ СВИТАҺЫ, өҫкө рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Силәбе өлк. Ҡытау‑Ивановка ҡ. эргәһендәге Ҡытау й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында стратотип м‑н бергә О.П.Горяинова һ.б. айырып күрһәтә (1931). Ултырмаларҙы А.И.Олли (1948), А.И.Иванов (1956), В.И.Козлов (1982, 1986, 1994) һ.б. тасуирлай. Ҡ.с. ҡатламдары башлыса Башҡорт мегантиклинорийы ҡанаттарында таралған. Төрлө төҫтәге эзбизташтарҙан, уларҙың балсыҡлы һәм һирәк осраҡта доломитлашҡан төрҙәренән һәм мергелдәрҙән тора. Тоҡомдарға плитәлек һәм таҫмалы ҡатлауҙар хас. Ҡалынлығы 200—400 м. Ҡаратауи өсөн хас булған строматолиттары һәм микрофитолиттары бар. Аҫта ятҡан елмәрҙәк свитаһынан өҫтә ятҡан инйәр свитаһына әкренләп күсеү процесы м‑н бәйле. Свитаның йәше — ҡыпсаҡ горизонтының өҫкө яртыһы. Киҫелештең аҫҡы өлөшөндә глауконит б‑са йәште белдереүсе калий‑аргон аныҡлаусыһы бар — 938 млн йыл. Полиметалл сығанаҡтары һәм ваҡ ятҡылыҡтары бар (Бөркөт, Балтайорт).

Әҙәб.: Олли А.И. Древние отложения западного склона Урала. Саратов, 1948; Козлов В.И. Верхний рифей и венд Южного Урала. М., 1982; Стратотип рифея: строение, палеонтологическая характеристика, изотопный возраст //Общие вопросы и принципы расчленения докембрия. СПб., 1994.

В.И.Козлов

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке