ҠОТОҠ МӘМЕРЙӘЛӘРЕ. Ҡотоҡ төбәгендә урынлашҡандар. Карст мәмерйәләре, өҫкө девондыңһәм аҫҡы карбондыңэзбизташтарында барлыҡҡа килгән. 4 мәмерйә инә.

1се Ҡ.м., Б о ҙ л о м ә м е р й ә, тоҡ рәүешендә, меридиональ йүнәлешле 2 яруслы горизонталь зал‑ дарҙан тора. Оҙонлоғо 520 м, киңлеге 12,4 м, бейеклеге 3,6 м, амплитудаһы 36 м, майҙаны 6448 м2, күләме 20,9 мең м3 . Ауыҙы (киңлеге 30 м, бейеклеге 3—4 м) ҡая нигеҙендә урынлашҡан. Боҙ м‑н ҡапланған текә төшөү урыны (оҙонлоғо 10 м) төньяҡ (оҙонлоғо 50 м, киңлеге 70 м, бейеклеге 20 м) һәм көньяҡ (оҙонлоғо 30 м, киңлеге 20 м, бейеклеге 12 м) залдарға илтә. Уларҙан тирә‑яҡҡа тармаҡтар айырыла. Төньяҡ залдың иҙәне боҙ ҡатламы м‑н ҡапланған, түбәһе бәҫләнгән. Сталагмиттар бар. Т‑раһы 2оС. Ҡышын мәмерйә туңа. Мәмерйә буйлап күп һанлы гур ванналары булған шишмә (һыу сығымы 0,3—0,5 л/с) аға.

2се Ҡ.м., С т а л а к т и т л ы м ә м е р й ә, төньяҡ‑көнбайыш, көньяҡ‑көнсығыш, көньяҡ‑көнбайыш һәм көнбайыш йүнәлештәге ауыш галереяларҙан тора. Оҙонлоғо 2050 м, киңлеге 4 м, бейеклеге 3,7 м, амплитудаһы 110 м, майҙаны 9 мең м2 , күләме 28 мең м3 . Соҡор рәүешендәге ауыҙы (киңлеге 9—18 м, тәрәнлеге 13 м) төньяҡта — горизонталь коридорға, көнсығышта ҡыуышҡа (оҙонлоғо 30 м, киңлеге 15 м, бейеклеге 5 м) илтә. Ҡыуыштан 4 галерея тармаҡлана. Төньяҡ‑көнбайыш галереяның оҙонлоғо 160 м, көньяҡ‑көнсығышы — 100 м, көньяҡ‑көнбайышы — 360 м, көнбайышы — 800 м. Төбө эре таш киҫәктәре, ҡырсынташ һәм балсыҡ м‑н ҡапланған. Сталактиттарҙың һаны 1 м2 майҙанда 600‑гә тиклем етә. Т‑раһы 6оС.

3сөҠ.м., вертикаль шахтанан һәм төньяҡ, көньяҡ‑көнсығыш йүнәлештәге ауыш галереянан тора. Оҙонлоғо 94 м, киңлеге 4,8 м, бейеклеге 3,8 м, амплитудаһы 65 м, майҙаны 202 м2 , күләме 1285 мең м3 . Ҡоҙоҡ рәүешендәге ауыҙы (оҙонлоғо 6 м, киңлеге 10 м, тәрәнлеге 10 м) боҙло галереяға (оҙонлоғо 20 м) әүерелә, һуңғыһы артабан шахтаға (оҙонлоғо 10 м, киңлеге 5 м, тәрәнлеге 40 м) алып бара. Шахтанан 2 галерея китә. Төньяҡ галереяның оҙонлоғо 30 м, көньяҡ‑көн‑ сығышыныҡы 20 м. Шахтаның стеналары боҙ (ҡалынлығы 2 м яҡын) м‑н ҡапланған. Т‑раһы ‑2,5оС.

4се Ҡ.м., көньяҡ‑көнбайыш йүнәлештәге ауыш галереянан тора. Оҙонлоғо 1869 м, киңлеге 3,6 м, амплитудаһы 155 м, майҙаны 4 мең м2 , күләме 50,5 мең м3 . Ҡоҙоҡ рәүешендәге ауыҙы (тәрәнлеге 18 м) төньяҡ йүнәлештәге боҙланған коридорға (оҙонлоғо 100 м) һәм боҙлоғо булған (оҙонлоғо 150 м) көнбайыш‑көньяҡ‑көнбайыш йүнәлештәге боролмалы галереяға (оҙонлоғо 500 м, киңлеге 3 м, бейеклеге 10—15 м) алып бара. Галерея 2 коридорға бүленә (оҙонлоҡтары 360 м һәм 480 м). Мәмерйә төбө гурҙар м‑н ҡапланған. Т‑раһы 6оС. Мәмерйә буйлап шишмә (һыу сығымы 4 л/с) аға. Ярғанаттар йәшәй.

Әҙәб.: Богданович Е.Д. Кутукские пещеры //Башкирия. Уфа, 1971.

Ю.В.Соколов

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке