ҠОТЛОҒУЖА ЯЛАНҒАСЛЫҠТАРЫ, геол. тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ғафури р‑ны Ҡотлоғужа а. эргәһендәге Ағиҙел й. үҙәнендә, Красноусол быяла заводының элекке ҡом карьерында урынлашҡандар. Ҡотлоғужа өҫкө аҡбур тоҡомдары яланғаслыҡтары — акбурҙың сантон ярусының төп геол. киҫелештәренең береһе, ҡалынлығы 18—20 м. Кәүшәк конгломераттарҙан һәм глауконит ҡомташтарынан тора, өҫкө ҡатламында төрлө формала һәм ҙурлыҡтағы спонгиолит ҡомташтарының ҡушымталары күҙәтелә. Уларҙың өҫтөндә неоген осороноң аллювиаль һәм делювиаль ултырмалары ята. Ҡ.я. тәүге тапҡыр 1940 й. Г.В.Вахрушев тарафынан тасуирлана.

Ә.З.Гәрәев

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.