ҠОРЪЯТМАҪ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Әбйәлил р‑ны буйлап Салауат а. киңлегенән Ишҡол а. киңлегенә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 34 км яҡын, төньяҡта киңлеге 5 км яҡын, көньяҡта — 7 км, абс. бейеклеге 750 м (Турпай тауы). Асыҡ күренгән текә битләүле армыттарға бүленгән буйға һуҙылған теҙмәләрҙән ғибәрәт, улар көньяҡта — айырым тауҙарға, көнсығышта ваҡ таулыҡтарға күсә. 9 осло, төньяҡ‑көнбайышта бер нисә ялпаҡ түбә айырылып тора. Түбәнге һәм урта девон ультрабазиттарынан ғибәрәт. Тау араһындағы түбәнлектәрҙә Йәнгел й. ҡушылдыҡтары ағып сыға. Ташлыҡоръятмаҫ армыты итәгендә — Сыбаркүл, көньяҡ өлөшөндә Борһонһыу күле (икеһе лә Урал й. басс.) ята. Тауҙар араһындағы түбәнлектәрҙең ландшафтары Иҙел аръяғы‑Ҡаҙағстан төрөнә оҡшаш далаларҙан тора. Битләү һәм түбәләрҙә Урал аръяғы урман‑далаларына оҡшаш тауҙар барлыҡҡа килгән. Бейек һәм дымлы урындарҙа ташлы һоро урман тупраҡтарында ҡайын ағасы сауҡалыҡтары һәм ҡарағай, ҡарағас ҡатыш урмандар осрай.  

И.М.Япаров

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.