АНАТОМИЯ (гр. аnatome — ярыу), организмдың, уның айырым ағзаларының формаһы һәм төҙөлөшө т‑дағы фән; морфологияның бүлеге. Кеше А., хайуандар А. һәм үҫемлектәр анатомияһын айырып йөрөтәләр. Кеше А. һәм хайуандар А. патологик анатомияға һәм остеологияны (һөйәктәрҙең формаһы һәм структураһы), миологияны (мускулдар структураһы, функциялары) һ.б. үҙ эсенә алған нормаль А. бүленә.

Кеше А. Башҡортостанда кеше А. өлкәһендәге фәнни тикшеренеүҙәр 1908 й. Өфөләге ҡатын‑ҡыҙҙар акушер‑фельдшерлыҡ земство мәктәбендә (ҡара: Медицина колледжы) А.И.Подбельский етәкс. үткәрелә башлай. 30—60‑сы йй. БДМИ‑ла С.З.Лоҡманов, В.М.Романкевич етәкс. һөлдә мускулдарының структураһы һәм иннервацияһы, уларҙың онтогенездағы үҫеше өйрәнелә (М.М.Бикмуллина, Ғ.У.Һөйөндөкова, М.Т.Юлдашев), күкрәк һәм ҡорһаҡ ҡыуышлыҡтары ағзаларына операциялар яһау методикаһы эшләнә (А.Л.Лейтес). 60‑сы йй. аҙағында Ә.Ғ.Ғәббәсов етәкс. норма, патология һәм эксперимент шарттарында төрлө ағзаларҙың микроциркулятор юлдары морфологияһы б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (В.Ш.Ваһапова, Э.Р.Мулдашев, Р.Т.Ниғмәтуллин); тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре б-са аллотрансплантаттар (ҡара: Аллоплант) һайлау принциптары эшләнә. В.В.Кузнецов һ.б. кеше перикарды һәм уның ҡыуышлығының йәшкә бәйле һәм шәхси үҙгәреүсәнлеге, Боталов көпшәһе һәм үпкә артериялары һәм веналарының перикардиаль өлөштәре А. өйрәнә. 90‑сы йй. башынан Ваһапова етәкс. быуындар өйрәнелә (Р.Ә.Бикмуллин, И.И.Һиҙиәтов). 70‑се йй. уртаһынан РФА Өфө ФҮ ТТӘИ‑лә антропология б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла (Р.М.Йосопов һ.б.).

Хайуандар А. Башҡортостанда хайуандар А. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. БАХИ‑ның хайуандар анатомияһы һәм гистологияһы каф. С.Н.Карпинский етәкс. башлана. 1950 й. алып көйшәүсе һәм йыртҡыс хайуандарҙың (В.Н.Байматов, Ф.Ә.Кәримов, Ғ.Р.Шакирова), ҡиммәтле тиреле йәнлектәрҙең (Ә.Ғ.Маннапов), йорт ҡоштарының (Р.Ф.Ғәниева), сусҡаларҙың (Ф.А.Поспеев) нервы системаһы төҙөлөшө үҙенсәлектәре өйрәнелә. Респ. ғалимдары эске ағзаларҙы дауалау, новокаин блокадаһы яһау ысулдарын эшләй. Һарыҡтар, ҡиммәтле тиреле йәнлектәр, эттәр һәм бесәйҙәрҙең ҡайһы бер ауырыуҙары ваҡытында периферия нервыларының патологик үҙгәрештәре өйрәнелә.

В.Н.Байматов, В.Ш.Ваһапова,

Ә.Ғ.Ғәббәсов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018