ҠОРОС‑ҠАРАН, Маты й. (Сөн й. басс.)  басс. һаҙлыҡ. Баҡалы р‑ны Ҡорос‑Ҡаран а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 41 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,5 м, иң ҡалыны 2,5 м. Туйыныуы ҡатнаш, башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Аҡ ҡайын, билдәһеҙ кәкүкбаш, дарыулы ҡырҡъяпраҡ, ҙур сөйәл үләне, ҡаҙ үләне, туғай йондоҙҡайы, һаҙ юшаны, шәрә миләүшә, ябай ҡуян ҡолағы һ.б. үҫә. Ҡабан, мышы, төлкө, үрғуян, сыйырсыҡ, тартай, тәгәрлек, һайыҫҡан, һары сәпсек, һуна өйрәк  һ.б. йәшәй.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке