ҠОРУЙЫЛ, Ҡоройылға, йылға, Һаҡмар й. уң ҡушылдығы. Ейәнсура р‑ны Биштирәк а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район терр‑яһы буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан аға, Үрге Мәмбәтша а. эргәһендә йүнәлешен үҙгәртә һәм артабан көньяҡ‑көнбайышҡа табан, түбәнге ағымында Ырымбур өлк. буйлап аға. Һаҡмар й. (тамағынан 348 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 56 км, басс. майҙаны 240 км2. Башҡортостанда Ҡ. оҙонлоғо 47 км. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йылға тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 1,3 м3/с. Йылға басс. Йылайыр яйлаһында урынлашҡан. Ландшафы һоро урман тупрағындағы имән урмандарынан һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы болонло далаларҙан тора. Йылға басс. 30%‑ын урман биләй. Иң ҙур ҡушылдыҡтары: уң — Оло Сик, һул – Ҡушкилде.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.