ҠОРМАНАЙ МӘМЕРЙӘҺЕ, Оло Ҡорманай мәмерйәһе, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ауырғазы р‑ны Ҡорманай а. көнсығыш ситендә Ауырғазы й. үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, көңгөр ярусы гипстарында барлыҡҡа килгән. Көнсығыш һәм көньяҡ‑көнсығыш йүнәлештәге ауыш үткел һәм каналдарҙан торған лабиринттан ғибәрәт. Оҙонлоғо 850 м, киңлеге 1,5 м, бейеклеге 1,5 м, амплитудаһы 6 м, майҙаны 275 м2, күләме 1530 м3. Ауырғазы й. кимәленән 8 м бейеклектәге соҡорҙа бер‑береһенән 4—5 м аралыҡта ятҡан 2 инеү урыны (киңлектәре 5 м һәм 0,7 м, бейеклектәре 2 м һәм 0,8 м) бар. Стеналарында гипс кристалдары ҡатламдары һәм уға ҡушылған сит өлөшсәләр (бейеклеге 0,5 м тиклем) осрай. Иҙәне балсыҡ м‑н ҡапланған, таш киҫәк өйөмдәре бар. Т‑раһы 5о С. Мәмерйәлә бәләкәй күлдәр (тәрәнлектәре 1 м тиклем) урынлашҡан.

Ю.В.Соколов

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.