ҠОРҒАҘАҠ, урғылыусы карст минераль һыу сығанағы, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Салауат р‑ны Комсомол а. эргәһендә урынлашҡан. Юғары һәм урта карбон эзбизташтарынан торған Йүрүҙән й. һул ярында сыға. Дебиты 125 л/с тиклем. Һыуы сөсө (0,5 г/л), шифалы, бальнеологик, гидрокарбонатлы магний‑кальцийлы, радонлы; составында иондар (мг/л): кальций (76,2), магний (34), натрий (5,8), гидрокарбонат (351), сульфат (32,5), хлорид (14,2); мышаяҡ к‑таһы (3,9), органик матдәләр (10), ш. иҫ. гумуслы (2,6—3,4), битуминозлы (1,5—4,5) матдәләр һәм нафтен кислоталары (0,1); гелий (30—37•105 мл/л), радон (2—2,3•105 Бк/м3) бар; газ составы б‑са кислородлы‑азотлы, т‑раһы 14,7—15,5°С. Тирә‑яғындағы ландшафы ҡарағай‑уҫаҡ‑ҡайын урмандарынан тора. Сығанаҡтың һыуы “Янғантау” шифаханаһында ҡулланыла. 90‑сы йй. уртаһынан минераль һыуҙы шешәләргә тултырыу ойошторолған. Исеме ҡур (көс) һәм ғаҙаҡ (йылға) һүҙҙәренән алынған.

Р.Ф.Абдрахманов

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.