ҠОНШАҠ РАЙОНЫ, Силәбе өлкәһенең төньяҡ‑көнсығышында урынлашҡан. 1930 й. 20 авг. БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны терр‑яһында ойошторолған (ҡара: Административ район). Майҙаны — 3430 км2. Район үҙәге — Ҡоншаҡ ауылы. Районда 18 ауыл советы, 131 ауыл торама пункты булған. Халҡы — 37,8 мең кеше (1933), ш. иҫ. башҡорттар (12,8 мең кеше) һәм татарҙар (18,7 мең кеше). Иҡт. нигеҙен ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малын үрсетеүгә, иген культуралары һәм мал аҙығы культуралары үҫтереүгә махсуслашҡан а.х. тәшкил иткән. Район терр‑яһында торф сығарылған. 47 колхоз, 4 МТС, 48 дөйөм белем биреү мәктәбе, 2 дауахана, 9 клуб учреждениеһы, 3 китапхана булған. “Колхозсы” гәз. сыҡҡан. 1934 й. 17 ғин. Силәбе өлк. бирелгән (ҡара: Арғаяш башҡорт милли округы).

2010 й. районда 9 ауыл советы, 74 торама пункт булған. Майҙаны — 3280 км2. Халҡы — 29,6 мең кеше, ш. иҫ. 47% башҡорттар (ҡара: Урал аръяғы башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур торама пункттар (2002): Баязит, Борисовка, Бүре, Ҡарағайкүл, Оло Ҡаҙаҡбай, Оло Түләк, Себәкүл, Солтан, Хәлит, Һары, Әмин, Әшир һ.б. ауылдар. Башҡ. теле мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ райондың 9 мәктәбендә өйрәнелә (2013). Башҡ.‑татар мәҙәни үҙәге, “Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы” ойошмаһы (ҡара: Башҡорттарҙың йәмәғәт берекмәләре), Ҡоншаҡ а. — “Миләш” халыҡ вокаль ансамбле, Маяҡ а. — “Әхирәттәр” фольклор ансамбле, “Йәйғор” балалар фольклор төркөмө, Бүре а. “Умырзая” вокаль ансамбле һ.б. эшләй. Ҡ.Даян, М.Ғатауллин, Ғ.К.Зөлҡәрнәев, Й.С.Ҡонаев, Х.Мөхәмәтйәров, Ҡ.Р.Тимерғәзин, Ш.Т.Тимерғәлина, Б.С.Сәйәрғәлиев, Б.М.Солтанов һ.б. ошо районда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.