ҠУМЫҠ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Ҡумыҡтарҙың милли теле, Дағстан Респ. дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Ингушетияла, Төньяҡ Осетия—Аланияла, Чечняла һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендә таралған. РФ‑та Ҡ.т. һөйләшеүселәр һаны 400 меңдән ашыу кеше (2010), БР‑ҙа — 77 кеше (2010). Ҡарасай-балҡар теленә яҡын. Боронғо ҡыпсаҡ ҡәбиләләре (ҡара: Ҡыпсаҡтар) теленә барып тоташа. Ҡ.т. 5 диалекттан тора: буйнаҡ, ҡайтаҡ, тау аҫты, тер һәм хасавюрт.

Әҙәби теле 20 б. 20‑се йй. буйнаҡ һәм хасавюрт диалекттары нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Ҡ.т. фонетикаһында сингармонизм аңҡау һәм ирен гармонияларында сағыла, иренләшкән һуҙынҡыларҙан һуң иренләшкән тар йәки иренләшмәгән киң һуҙынҡылар килә, сағ.: ҡумыҡса “йолу” й[о]л[у] — башҡортса “юлы” [йу]л[ы], “къоллар” къ[о]лл[а]р — “ҡулдар” ҡ[у]лд[а]р һ.б.; һүҙ башындағы [г] тартынҡыһы башҡорт телендәге [к] өнөнә тап килә, сағ.: ҡумыҡса “гиши” [г] иши — башҡортса “кеше” [к]еше, “гёз” — “күҙ” [к]үҙ һ.б.; эйәлек аффиксы ҡабул иткән һүҙҙәрҙең икенсе һәм артабанғы ижектәрендә [у], [уъ] һуҙынҡыларының редукцияһы күҙәтелә, мәҫ.: ҡумыҡса “боюн” бо[йу]н, “бойнум” бо[йн]ум — башҡортса “муйын” му[йы]н, “муйыным” му[йы]ным һ.б.

Морфологияла ‑агъан/‑еген ялғауындағы хәҙ. заман сифат ҡылым ҡулланыла, сағ.: ҡумыҡса “барагъан” — башҡортса “барыусы” һәм “бара торған” һ.б.; ‑лар/‑лер күплек ялғауы эйәлек, төбәү, төшөм килештәрҙә ‑ла/ ‑ле ялғауына үҙгәрә, сағ.: ҡумыҡса “атлар”, “атланы” — башҡортса “аттар”, “аттарҙы”; “олар”, “олагъа” — “улар”, “уларға” һ.б. Телдең һүҙлек составы нигеҙендә дөйөм төрки лек‑ сикаһы ята; ғәрәп теленән, фарсы теленән, ш. уҡ кавказ телдәренән һәм урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә теркәүес ярҙамында бәйләнеп килгән эйәрсән тултырыусы һөйләм баш һөйләмдән һуң килә (башҡа күп төрки телдәрҙән айырмалы рәүештә), сағ.: ҡумыҡса “адам бар ким адамланы нахшыдыр, адам бар ким гъайван ондан яхшыдыр” — башҡортса “кешеләрҙең күрке булған әҙәм бар, хайуан унан яҡшыраҡ булған әҙәм дә бар” һ.б. Яҙыу 1928 й. тиклем ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә, һуңынан латин алфавитында, 1938 й. алып кириллицала башҡарыла. Хәҙ. алфавиты 39 хәрефтән тора.

Әҙәб.: Дмитриев Н.К. Грамматика кумыкского языка. М.; Л., 1940. Магомедов А.Г. Кумыкский язык //Языки народов СССР. Т.2. Тюркские языки. М., 1966.

Ғ.Д.Ибраһимов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.