ҠУМРЫҠ, ҡумрын, ҡумрыт, башҡ. ҡәбиләһе. Табын ырыу-ҡәбилә берләшмәһе составына ингән. Тамғалары — . Этник яҡтан Алтай һәм Үҙәк Азияның монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. 13—14 бб. табын ҡәбиләләре составында Урал буйына күсенә. 14—15 бб. Инйәр й. басс. таралып ултыра, бында ул бишул, бәҙрәк, ҡатай, табын ҡәбиләләре м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Нуғай даруғаһының Табын улусына инә. 18—19 бб. Ҡ. ҡәбиләһе йәшәгән терр‑я — Стәрлетамаҡ өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 8‑се (7‑се) башҡ. кантонына (1798—1854 йй.) ҡарай. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән терр‑я БР‑ҙың Архангел р‑нына инә.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.