ҠУЛЪЯҘМА КИТАП, китап мәҙәниәте ҡомартҡыһы; ҡулдан яҙылған китап йәки бит. Ҡ.к. археографияла, кодикологияла, палеографияла, текстологияла һ.б. дисциплиналарҙа өйрәнелә. Башҡортостанда Ҡ.к. әҙерләү һәм таратыу китап нәшер итеү эше барлыҡҡа килгәнгә тиклем була.

Башҡортостанда табылған Ҡ.к. 16—20 бб. башы м‑н билдәләнә; уларҙың күбеһе ғәрәп графикаһында (ҡара: Ғәрәп яҙмаһы) — ғәрәп телендә, төрки телендә, фарсы телендә, һуңыраҡ табылғандары башҡорт телендә, ҡаҙаҡ телендә, татар телендәяҙылған; Ҡ.к. биҙәүҙә мосолман каллиграфияһы традициялары сағылыш таба. Автографтарға (автор нөсхәләре), аноним Ҡ.к. һәм күсермәләргә (варианттар) бүленә. Ҡ.к. араһында — дини әҫәрҙәр (Ҡөрьән күсермәләре һәм уға тәфсирҙәр; хәҙис, фикһ йыйынтыҡтары һ.б.); төрки әҙәбиәте (“Жөмжөмә солтан”, “Киҫекбаш китабы”, “Ҡисса-и Йософ”, “Ҡиссас әл-әнбийа”; Мәүлә Ҡолой хикмәттәре һ.б.), башҡорт әҙәбиәте (Аҡмулла, Ш.Зәки, Ә.Ҡарғалы, Ғ.Соҡорой, Һ.С.Сәлихов, Өмми Камал, Ғ.Усман, Ш.Әминев- Тамъяни, Т.Ялсығол; аноним шиғриәт һ.б.), Көнсығыш әҙәбиәте (Аллаяр суфый, Баҡырғани, Ә.Йәсәүи, А.Ҡонанбаев, Науаи, Руми, Сәғҙи, Фирҙәүси һ.б.) әҫәрҙәре; башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡылары (“Алпамыша менән Барсынһылыу”, “Бабсаҡ менән Күсәк”, “Бәхтейәрнамә”, “Әлҡисса Буҙйегет” һ.б.), фольклор (бәйеттәр, легендалар, мөнәжәттәр, йырҙар, әкиәттәр һ.б.); фәнни хеҙмәттәр (астрономия, филос., мед., логика, этика б‑са хеҙмәттәр; ғәрәп грамматикаһы б‑са дәреслектәр һ.б.); тарихи әҫәрҙәр (“Батыршаның батшаға яҙған хаты”, “Тәүарихи Болғарийа”, “Сыңғыҙнамә”; башҡ. ҡәбиләләре шәжәрәләре; 16—19 бб. Көньяҡ Урал тарихы б‑са Д.С.Волков тарафынан тупланған материалдар; ауылдар тарихы; төрлө документтар, хаттар, көндәлектәр, мәҙрәсә уҡыусыларының дәфтәрҙәре һ.б.); М.И.Өмөтбаев, Р.Ф.Фәхретдиновтың шәхси фондтары һ.б.

Ҡ.к. фәнни, тарихи һәм мәҙәни ҡиммәттәргә эйә. Башҡортостанда Ҡ.к. йыйыу 18 б. башлана; табылған материалдар баҫылып сыға һәм В.В.Бартольд, В.В.Вельяминов-Зернов, Ә.Ә. Вәлидов, В.И.Даль, Р.Г.Игнатьев, В.В.Радлов, П.И.Рычков, М.Рәмзи, Д.Н.Соколов, В.И.Филоненко, В.С. Юматов һ.б. тикшеренеүҙәрендә ҡулланыла. 20 б. 30‑сы йй. Ҡ.к. байтағы юҡ ителә. Ҡ.к. күп өлөшө археографик экспедициялар ваҡытында йыйыла. БР‑ҙа Ҡ.к. өйрәнеүгә Р.М. Болғаҡов, И.Ғ.Ғәләүетдинов, М.Х.Нәҙерғолов, Ә.И.Харисов, Ғ.Б.Хөсәйенов, З.Я.Шәрипова ҙур өлөш индерә. Ҡ.к. теркәү һәм һаҡлау эштәре алып барыла (ҡара: Китапҡулъяҙмалар фонды).

Әҙәб.: Источниковедение башкирской филологии: сб. науч. тр. Уфа, 1984; Вопросы описания и каталогизации восточных рукописей Южного Урала: сб. науч. тр. Уфа, 1985; Галяутдинов И.Г. "Тарих нама-и булгар" Таджетдина Ялсыгулова. 2‑е изд., перераб. и доп. Уфа, 1998; Булгаков Р.М., Галяутдинов И.Г. Описание восточных рукописей Института истории, языка и литературы. Ч.1. Тюркские рукописи. Уфа, 2009.

Р.Й.Аҡкөбәков

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.