ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР КООПЕРАЦИЯҺЫ, кооперация төрө. Башҡортостанда 19 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә. 1916 й. Өфө кооперативтар ширҡәте ойошторола. Революциянан (1917) һуң крәҫтиәндәрҙе күпләп ҡулланыусылар кооперативтарына индереү башлана. 1924 й. Ҡ.к. 33 мең, 1934 й. 1150 мең пайсы-ағза була. Респ. ваҡлап һатыуҙағы тауар әйләнешендә Ҡ.к. өлөшө 1924 й. 8,5%, 1925 — 52,3, 1930 й. 77,1% тәшкил итә. 1931 й. 1190 ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте, 15 совхоз эшселәре ҡулланыусылар йәмғиәте һәм 4 ҡала ҡулланыусылар йәмғиәте эшләй. 30‑сы йй. уртаһында Ҡ.к. яҡынса 1000 пр‑тиеһы дәүләт ҡарамағына тапшырыла, улар базаһында дәүләт пр‑тиелары һәм эшселәрҙе тәьмин итеү бүлектәре булдырыла. Ҡ.к. тик ауыл ерендә генә һаҡлана.

Б.В. һуғышы йылдарында ҡулланыусылар йәмғиәттәре Ҡыҙыл Армияны аҙыҡ-түлек, автомобиль һәм егеүле транспорт м‑н тәьмин итеүҙә дәүләткә ярҙам күрһәтә, дәүләт заёмы облигацияларын һатып ала. Һуғыштан һуң ҡабул итеү‑әҙерләү пункттары селтәре киңәйә, район-ара сауҙа базалары ойошторола, туҡланыу продукттары етештереү цехтары, ашханалар һәм магазиндар төҙөлә. 90‑сы йй. ауыл ерендә көнкүреш хеҙмәте кооператив пр‑тиелары асыла.

Ҡ.к. өсөн белгестәр әҙерләү Рәсәй кооперация ун‑тының Башҡ. кооператив ин‑тында (Өфө), Кооператив техникумда, Бөрө кооператив техникумында алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Ҡулланыусылар йәмғиәте, Ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы.

Әҙәб.: Потребительская кооперация Башкортостана: история и современность. Уфа, 2006.

Р.Ә.Хисаметдинова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.