ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ЙӘМҒИӘТТӘРЕ СОЮЗЫ (Башпотребсоюз), БР‑ҙың ҡулланыусылар йәмғиәттәре һәм район ҡулланыусылар йәмғиәттәре союздары эшмәкәрлеген көйләү, уларҙың мөлкәт һ.б. төрлө хоҡуҡтарын, дәүләт органдарында һәм урындағы үҙидара органдарында мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн булдырылған ирекле бе‑ рекмә. Өфөлә урынлашҡан.

1916 й. Өфө кооперативтар ширҡәте булараҡ ойошторола, 1917 й. алып Өфө ҡулланыусылар кооперативтары союзы, 1919 й. — Өфө губерна ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы, 1922 й. — Бөтә башҡ. үҙәк кооперативтар союзы (1920 й. нигеҙләнгән, Стәрлетамаҡ ҡ.) м‑н ҡушылғандан һуң берләштерелгән Башцентросоюз, 1923 й. — Башсоюз, 1948 й. — Башҡ‑н респ. ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы. 145 ҡулланыусылар йәмғиәтен һәм 1 район союзын берләштерә (238 мең пайсы; 2011). Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: ваҡ күмәртә һәм берәмләп һатыу сауҙаһы, йәмәғәт туҡланыуы, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештереү, а.х. продукцияһы әҙерләү.

Идара рәйестәре: Н.А.Сәйетборханов (1922 й. алып), Ғ.К.Шәмиғолов (1924 й. алып), В.И.Кондаков (1925 й. алып), В.М.Петровский (1930 й. алып), М.А.Динмөхәмәтов (1939—43, 1948 й. алып), Н.И.Мыльников (1943 й. алып), Г.И.Кәбиров (1945 й. алып), С.А.Рындич (1952 й. алып), К.П.Тощевиков (1954 й. алып), Х.В.Вәлиев (1956 й. алып), В.С.Феоктистов (1958 й. алып), В.Н.Безруков (1968 й. алып), Ф.Ғ.Ғарипов (1980 й. алып), Н.М.Дауытов (2001 й. алып), М.Р.Абдуллин (2004 й. алып). Ҡ.й.с. м‑н К.Ф.Никифоров һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Шулай уҡ ҡара: Ҡулланыусылар кооперацияһы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке