ҠУЛАЕВ Мстислав Александрович [Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы; 7.2. 1873, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Ейәнсура а. (Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны) — 1959, Ҡазан], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, тел‑ се, табип. СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тының мед. ф‑тын тамамлаған (1902). 1903— 13 йй., 1917 й. һәм 1921 й. — 50‑се йй. уртаһында Ҡазандың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында (Александровск ҡала дауаханаһында, Респ. клиник туберкулёзға ҡаршы диспансерында һ.б.) эшләй. 1918 й. авг. алып Башҡорт хөкүмәтендә, 1919 й. ғин. — хөкүмәт рәйесе, февр. — Башҡортостан хәрби- революцион комитеты ағзаһы. Мартта үҙәк совет власы вәкилдәре м‑н һөй‑ ләшеүҙәргә етәкселек итә һәм “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү”гә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша.

Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт теленең фонетикаһына, графикаһына, лексикаһына, лексикографияһына, грамматикаһына, тарихи үҫешенә, лингвистик һәм медицина терминологияһына, татар теленә арналған. “Өн әйтелеше нигеҙҙәре һәм башҡорттар өсөн әлифба” (“Основы звукопроизношения и азбука для башкир”; 1912) һәм “Әлепей” (1919) китаптары авторы. Уларҙа кириллица нигеҙендә алфавит тәҡдим ителә (башҡ. теленең специфик өндәрен сағылдырыу өсөн ҡайһы бер грек хәрефтәре ҡулланылған); үҫәргән башҡорттарының һөйләү теленең фонетик һәм морфол. (көньяҡ диалекттың эйек-һаҡмар һөйләше) үҙенсәлектәре бирелә; тәүге тапҡыр башҡ. теленең әйтелеш нормалары (ҡара: Орфоэпия) һүрәтләнә; уҡыу материалы итеп башҡ. фольклоры әҫәрҙәренән, этнография, топонимика, этимология б‑са мәғлүмәттәрҙән торған тематик һүҙҙәр төркөмө һәм текстар килтерелә.

Урыҫса-башҡортса һәм башҡортса-урыҫса һүҙлектәр авторы. “Башҡорт теленең ҡылымдары тураһында” (“О глаголах башкирского языка”; 1930) хеҙмә‑ тендә ҡылымдың грамматик категориялары өйрәнелә. 1899—1900 йй. Ҡазан ун‑тындағы Археология, тарих һәм этнография экспедицияһында ҡатнаша, Верхнеурал өйәҙе, Орск өйәҙе һәм Стәрлетамаҡ өйәҙендәбула, башҡ. йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. “Үпкә туберкулёзын диагностикалау буйынса очерктар” (“Очерки по диагностике туберкулёза лёгких”; 1953, нәшер ителмәй), табиптар өсөн уҡыу әсбаптары авторы. Ҡ. хеҙмәттәре Ғилми архивта һаҡлана.

Хеҙм.: Твёрдый алфавит башкирского языка. Казань, 1928.

Әҙәб.: Шәкүр Р. Арҙаҡлы башҡорттар: ғилми-биографик очерктар. Өфө, 1998; Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009.

И.Ғ.Ғәләүетдинов, М.М.Ҡолшәрипов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке