ҠУЛ ҺУҒЫШЫ, спорт төрө, аяҡ һәм ҡулдар м‑н һуғыу, ҡармап тотоу, ырғытыу, ауырттырыу һәм быуыу алымдары ҡулланылған бергә‑бер көрәш. Ҡ.һ. б‑са комплекслы ярыштар 2 турҙа үтә: 1‑се — ҡораллы көрәштәштән һаҡланыу техникаһын күрһәтеү, 2‑се — көрәш (ҡорал ҡулланмайынса). 20 б. 40‑сы йй. уртаһында Өфөлә “Дина‑ мо” физкультура‑спорт йәмғиәтендә Ҡ.һ. секцияһы асыла. 1970 й. Ҡ.һ. Юридик институт хеҙм‑рҙәрен әҙерләү программаһына индерелә. Өфөлә һалым полицияһы (1997) һәм Рәсәй ЭЭМ‑ы (2010) хеҙм‑рҙәре араһында Рәсәй чемпионаттары, Рәсәй чемпионаты (2009) үткәрелә. Респ. Ҡ.һ. б‑са Рәсәйҙең тәүге спорт мастеры — С.В.Курбатов (1995). Респ. көрәшселәре араһында түбәндәге спортсылар юғары ҡаҙаныштарға ирешә: Н.А.Новохатский — һалым полицейскийҙары араһында Рәсәй чемп. (1997), М.С.Мамилов — Рәсәй чемп. (2006), В.З.Ғәлиев — Рәсәй ЭЭМ‑ы чемп. (2005, 2008—09), С.В.Назаров — Рәсәй чемп. (2009), И.Д.Сәғәҙиев — Рәсәй (2009) һәм Рәсәй ЭЭМ‑ы (2010— 11) чемп., С.Н.Карпов — халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе (Мәскәү, 2010), Р.Р.Мусина һәм И.Г.Наумова — Рәсәй чемп. ( икеһе лә — 2012). Респ. 40‑ҡа яҡын Ҡ.һ. секцияһы эшләй (ӨЮИ, ДЮСШ һәм хәрби‑патриотик клубтарҙа), уларҙа 2,5 меңгә яҡын кеше шөғөлләнә (2012). 2001 й. алып БР Ҡ.һ. федерацияһы эшләй.

С.В.Ҡорбатов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке