ҠУҠРАУЫҠ, шарлауыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ишембай р‑ны Егән а. көнсығышҡа табан 6 км алыҫлыҡта Ҡуҡрауыҡ й. (Егән й. басс.) буйында, Ишембай заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Һикәлтәһенең бейеклеге яҡынса 12 м, 3 баҫҡысы бар; баҫҡыстарының бейеклеге 3‑тән 4 м тиклем, киңлеге 5 м яҡын. Өҫкө вендтыңҡуҡрауыҡ свитаһы тоҡомдарынан (конгломерат, ҡомташ) тора. Йәйге осорҙағы һыу сығымы 8‑ҙән алып 12 л/с тиклем, ҡоро йылдарҙа йылға ҡороп, шарлауыҡ юғала. Тирә‑яғындағы ландшафы йыла ҡатыш саған‑ҡайын‑йүкә урмандарынан тора, ҡая үҫемлектәре араһында реликттар осрай.

Р.А.Фәтҡуллин

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.