ҠУЙЫ ТЕШЛЕ ПЛАГИОМНИУМ (Plagiomnium confertidens), мүк һымаҡтар төрө. Ике өйлө, күп йыллыҡ, ос емешле мүк, бейеклеге 2—7 см, йәшел йәки ҡуйы йәшел төҫтәге кәүшәк кәҫлек барлыҡҡа килтерә. Һабағы күтәрелеүсән йәки төҙ, осо дуға рәүешендә бөгөлгән. Япрағы оҙонса‑овал, ҡаймалы, сите тешле, бер аҙ тулҡынлы. Япраҡ тамырсаһы ныҡ, ҡыҫҡа булып сығып тора, һырты ваҡ киртләсле. Вегетатив юл м‑н үрсей. Ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙа, ҡая тоҡомдары күренеп ятҡан урындарҙа үҫә. Бөрйән, Белорет, Ғафури, Өфө р‑ндарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына һәм Европаның мүк һымаҡтар Ҡыҙыл китабына индерелгән (1995).

Э.З.Байышева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.