ҠУЙСАҠ, Һынташты мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары комплексы. Б.э.т. 3—2-cе мең йыллыҡтарға ҡарай. Силәбе өлк. Еңгәй ҡасабаһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 2,3 км алыҫлыҡта Еңгәй й. (Урал й. басс.) уң ярында һәм уның уң ҡушылдығы Ҡуйсаҡ буйында урынлашҡан. 1987 й. И.М.Батанина тарафынан асыла, 1988 й. А.И.Гутков, 1992—94 йй. Т.С.Малютина, 1994 й. А.Д.Таиров өйрәнә. Нығытмалы тораманан, тораҡтан һәм ҡәберлектән тора.

Ҡ. торамаһы. Дөйөм майҙаны 15,6 мең м2. Һаҡ системаһы стеналарҙан һәм уратып ҡаҙылған соҡорҙарҙан тора. Тышҡы һаҡ системаһы эскеһенә радиаль стеналар м‑н тоташҡан. Һаҡ стеналары буйлап эске яҡтан оҙон уртаҡ стеналы торлаҡтар урынлашҡан. Тышҡы ҡуласала — 20, эскеһендә 11 торлаҡ булған. Торлаҡтар бүрәнәләрҙән һәм кәҫтәрҙән төҙөлгән. Тораманан көнсығышҡа һәм көнбайышҡа ҡарай тораҡтар табылған. Көньяҡ-көнсығыш стена буйында — 10, көньяҡ-көнбайыш стена буйлап 6 торлаҡ асыҡланған.

Ҡ. ҡәберлеге (майҙаны 20 мең м2) тораманан төньяҡта урынлашҡан. Ҡ. ҡәберлектәр иҫәбенә инә (диам. 6—25 м, бейеклеге 0,2—0,4 м). 29 ҡурған табылған. Ҡ. бронзанан (уҡ башаҡтары, бысаҡтар, шлак), таштан (суҡмар, балталар, ҡойоу формаһы) эшләнгән әйберҙәр һәм хайуан һөйәктәре табылған. Керамика геом. биҙәкле яҫы төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡомартҡы материалдары Силәбе ун‑тының археология музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Зданович Г.Б., Батанина И.М. “Страна городов” — укреплённые поселения эпохи бронзы XVIII—XVII вв. до н.э. на Южном Урале //Аркаим: исследования, поиски, открытия. Челябинск, 1995; Малютина Т.С., Зданович Г.Б. Куйсак — укреплённое поселение протогородской цивилизации Южного Зауралья //Культура древних народов степной Евразии и феномен протогородской цивилизации Южного Урала: материалы 3‑й междунар. конф. “Россия и Восток: проблемы взаимодействия”. Челябинск, 1995.

 

И.М.Батанина, Т.С.Малютина

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке