ҠУҘЫЙКҮРПӘС МЕНӘН МАЯНҺЫЛЫУ”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала йәшәй. 1938 й. Силәбе өлк. Тәгеш а. Ғ.Сәләм тарафынан үҙенең әсәһе Өммөгөлсөм Ғәлимованан яҙып алынған. Сюжет нигеҙендә Ҡуҙыйкүрпәс м‑н Маянһылыуҙың фажиғәле үлем м‑н тамамланған мөхәббәт тарихы ята. Төп геройҙарҙың аталары ырыуҙар араһындағы дуҫлыҡты ҡан ҡәрҙәшлек м‑н нығытыу өсөн яңы тыуған балаларын йәрәшә. Дуҫы үлгәндән һуң, Маянһылыуҙың атаһы, ҡыҙын атаһыҙ үҫкән Ҡуҙыйкүрпәскә бирергә риза булмай, икенсе йәйләүгә күсеп китә. Йылдар үткәс, герой үҙенең йәрәшкән ҡыҙы барлығын белеп ҡала һәм уны эҙләп сығып китә. Ҡуҙыйкүрпәс үҙенең яратҡан ҡыҙын таба, әммә мәкерле кешеләр уны үлтерә, бынан һуң Маянһылыу үҙенә бысаҡ м‑н сәнсә. Эпостың “Ҡуҙыйкүрпәс менән Барсынһылыу”, “Ҡарабай менән Һарыбай”, “Күсәр хан менән Күсмәҫ хан”, “Ҡорман батыр”, “Алмабикә менән Алмабатыр” һ.б. исемдәр м‑н яҡынса 40 варианты билдәле, улар БР, Ҡурған, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Силәбе өлк. һ.б. терр‑яларҙа С.Ф.Миржанова, К.Мәргән, Ф.А.Нәҙершина, М.М.Сәғитов, Н.Д.Шоңҡаров һ.б. тарафынан яҙып алынған; Ғилми архивта, ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында һәм БДУ‑ның фольклор фондында һаҡлана.

Эпостың поэтик фрагменттары һалмаҡ көй стилендә башҡарыла; көй варианттары К.Й.Рәхимов тарафынан нотаға һалынған. Эпостың бер версияһы мотивтары б‑са Т.С.Беляев “Ҡуҙыйкүрпәс, бер ҡурайсы тарафынан башҡорт телендә яҙылған һәм 1809 йылда Рифей тауҙары үҙәндәрендә урыҫ теленә тәржемә ителгән башҡорт повесы” (Ҡазан, 1812) [“Куз-Курпяч, башкирская повесть, писанная на башкирском языке одним курайчем и переведённая на российский в долинах гор Рифейских, 1809 года” (Казань, 1812)] исемле әҫәр ижад иткән. Әҫәр фольклор варианттарынан бер ни тиклем айырыла: Ҡуҙый‑ күрпәс, Мөхәммәт илселәре (әүлиә һәм мәскәй) ярҙамында бөтә ҡаршылыҡтарҙы ла үтеп сығып, һөйгә‑ не м‑н ҡауыша. Бар нәмәне күреп торған мәскәй тылсымлы таҡтала геройға уның киләсәген күрһәтә: әле тыумаған улы Барлыбайҙы һәм киләсәктә бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян, түңгәүер, үҫәргән һ.б. башҡ. ырыуҙарының етәкселәре булып киткән ете ейәнен күрһәтә. Был вариантта ырыуҙарҙың ҙурыраҡ союздарға берләшеү мотивы асыҡ сағылған, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы ыңғай баһалана. “Өҫтәмә”лә Беляев, “башҡорт ырыуҙарына нигеҙ һалыусы т‑дағы повесты тамамлап, уның киләсәк быуындары т‑да дауам итәм” (“Алдар менән Зөһрә” эпосы уның дауамы булып тора, тип фараз ителә) тип яҙған. Текст башҡ. теленә Б.Бикбай, Н.Иҙелбай тарафынан тәржемә ителгән. Эпос күп кенә төрки телле халыҡтар фольклорында йәшәй.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 4‑се т. Эпос. Өфө, 1999; Народный эпос “Кузы-Курпес и Маян-Хылу”. Уфа, 1964; Р а х и м к у л о в М.Г. Любовь моя — Башкирия: лит.‑краевед. очерки. Уфа, 1985.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке