ҠУҘЛЫЯЛ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Әмзебаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 23 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 79 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 446 кеше; 1920 — 413; 1939 — 450; 1959 — 243; 1989 — 211; 2002 — 218; 2010 — 151 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Уҫы даруғаһында мариҙар нигеҙ һала, 1684 й. алып билдәле. 17—19 бб. Көтмәҫ, Шыршылы тип аталған, 19 б. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. 1795 й. 147 кеше йәшәгән, 1865 й. 42 йортта — 256 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.