ҠУҘАҠЛЫЛАР (Fabaceae, йәки Leguminosae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 400 заты, 9 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Үләндәр, ҡыуаҡтар, ваҡ ҡыуаҡтар, ярым ҡыуаҡтар, лианалар, ағастар.

Башҡортостанда 23 заттан (аморфа, астрагал, борсаҡ, йүтәл үләне, йылан ҡуҙағы, клевер, күкһәүел, кәрешкә, ҡоросүлән, ҡыйыҡтаж, сысҡанборос, татлы тамыр, торна борсағы һ.б.) яҡынса 100 төрө үҫә. Бүлбе бактериялары м‑н симбиозға инә. Күп, һирәгерәк ике һәм бер йыллыҡ үлән, һирәкләп ҡыуаҡлыҡ. Һабағы төҙ, тармаҡлы, уралыусан, йәбешеүсән, һирәгерәк йәйелеүсән йәки түшәлеүсән. Япрағы ҡатмарлы (ҡауырһынлы, бармаҡ һымаҡ, өсәрле), япраҡ ҡолаҡ‑ сындары м‑н, сиратлы, һаплы. Япраҡтары, ваҡ япраҡтары, япраҡ ҡо‑ лаҡсындары йыш ҡына мыйыҡсаларға әүерелгән. Сәскәһе йыш ҡына ваҡ, ҡыҙыл, ал, күк, һары, аҡ төҫтә; дөрөҫ төҙөлөшлө түгел, ике енесле. Каса япраҡсаһының япрағы ҡушылып үҫкән, 5—4 тешле, ҡайһы берҙә 2 иренле. Тажы күбәләк рәүешле, эре өҫкө япраҡтан (флаг, йәки елкән), 2 ситке (ҡанаттар, йәки ишкәктәр) һәм 2 үҙ‑ ара тоташҡан аҫҡы япраҡтарҙан (кәмә) тора. Һеркәстәре 10, йышыраҡ үҙ‑ара һеркәс ептәре м‑н тоташтырылған бер туғандар; ике туғандар араһында 1‑еһе ирекле ҡала, ә 9‑ы көпшә барлыҡҡа килтерә.

Емешлеге 1, емшәне өҫкө. Сәскәһе тәлгәш (ҡайһы берҙә бер яҡлы), башаҡ, баш, һирәгерәк һепертке булып йыйылған. Бал ҡорттары, иңкештәр, күбәләктәр һ.б. бөжәктәр м‑н, ҡайһы берҙә үҙ аллы һеркәләнә. Емеше — ҡуҙаҡ. Орлоҡтары ҡоштар, кимереүселәр, ҡырмыҫҡалар, ел ярҙамында тарала. Йышыраҡ болондарҙа һәм далаларҙа, һирәгерәк урмандарҙа һәм баҫыуҙарҙа үҫә. Ашарға яраҡлы үҫемлектәр (борсаҡ, соя, фасоль һ.б.), мал аҙығы үҫемлектәре (аҡ ҡандала үләне, румын люцернаһы, себер йылҡы борсағы, туғай клеверы һ.б.), дарыу үҫемлектәре (баҫыу ҡоросүләне, ҡандала үләне, татлы тамыр һ.б.), баллы үҫемлектәр (йылҡы борсағының, ҡандала үләненең бөтә төрҙәре һ.б.), декоратив үҫемлектәр (аҡ акация, ҡарға ҡуҙағы, һары акация һ.б.), буяу үҫемлектәре (буяу балғыуағы), ағыулы үҫемлектәр (сыбар сысҡанборос, Шишкин йүтәл үләне).

БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына Ҡ. үҫемлектәрҙең 27 һирәк төрө, ш. иҫ. 3 реликт (бысрағыраҡ ҡыйыҡтаж, күп һабаҡлы кәрешкә, яҫы емешле бойҙан), 12 эндемик (Гельм астрагалы, Гмелин ҡыйыҡтажы, Карелин астрагалы, татлы тамыр) һәм субэндемик Горча‑ ковский астрагалы, индерелгән. Эре тәңкәгөл һәм 5 эндемик (Клер астрагалы, көңгөр астрагалы, Разумовский тәңкәгөлө, селтәрле люцерна, Цингер астрагалы) ш. уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке