ҠУҘАҠЛЫ ИГЕН КУЛЬТУРАЛАРЫ, аҡһымға бай иген алыу өсөн үҫтерелгән ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр. Ҡ.и.к. борсаҡ, кәрешкә, ҡара борсаҡ, ноҡот, соя, торна борсағы, фасоль, яҫмыҡ борсаҡ һ.б. инә. Борсаҡ, кәрешкә, ҡара борсаҡ, соя — дым яратыусы; ноҡот, торна борсағы, фасоль — ҡоролоҡҡа сыҙамлы культуралар. Ҡ.и.к. тупраҡты азотҡа байыта (ҡара: Азотфиксация) һәм сәсеү әйләнешенең башҡа культуралары өсөн яҡшы элгәр булып тора. Ҡ.и.к. өлгөргән орлоғо он тартыу, ярма һәм ҡатнаш мал аҙығы сәнәғәте өсөн сеймал булып тора. Борсаҡ һәм фасолдең өлгөрөп етмәгән орлоҡтарын йәшелсә итеп ҡулланалар. Соя һәм арахис майы аҙыҡ һәм техник әһәмиәткә эйә. Ҡ.и.к. йәшел массаһы (ҡара: Йәшел мал аҙығы), бесәне, силосы, һаламы, жмыхы һәм шроты ауыл хужалығы малдарын ашатыу өсөн файҙаланыла. Башҡортостанда борсаҡ, кәрешкә, ноҡот, соя, фасоль һ.б. үҫтерелә. Ҡ.и.к. үҫтереүҙең төп зоналары — көньяҡ урман-дала зонаһы, төньяҡ урман-дала зонаһы, Урал алды дала зонаһы. Респ. Ҡ.и.к. сәсеү майҙандары яҡынса 77,9 мең га тәшкил итә (2012).

Әҙәб.: Агротехнические рекомендации по возделыванию сельскохозяйственных культур в Башкортостане. Уфа, 1994. Гусманов У.Г., Хисамов А.Ф. Эффективность производства зерна и семеноводства зерновых культур. Уфа, 2001.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.