ҠУЖӘХМӘТОВ Григорий Ғилмийәр улы (14.10.1939, БАССР-ҙың Ҡалтасы р‑ны Көркәк а. – 16.5.2015, Өфө), ботаник. Биол. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (2001). БДУ‑ны та‑ мамлаған (1966). 1959—68 йй. Ҡалтасы р‑ны Оло Ҡасаҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә эшләй; 1972 й. БАХИ‑ла өлкән ғилми хеҙм‑р. 1973—2012 йй. БДУ‑ла: уҡытыусы, 1986—88 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р, 2002—08 йй. экология каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре тупраҡ альгологияһына арналған. Ҡ. тарафынан тупраҡ ылымыҡтарын өйрәнеүҙә анализдың статик ысулдарын ҡулланып экологик-ценотик йүнәлеш уйлап табылған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Краткий определитель водорослей Башкортостана. Уфа, 1995 (авторҙ.); Методы изучения почвенных водорослей. Уфа, 2001 (авторҙ.); Водоросли зональных почв степи и лесостепи. Уфа, 2006.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке